Бына инде икенсе йыл рәттән уҙғарылған Волга буйы федераль округы йәштәренең йыйыны йәштәр тормошонда мөһим роль уйнай, сөнки был форумдың эшмәкәрлеге үҙ эсенә туғыҙ тармаҡты ала һәм шул йүнәлештә уңышлы һөҙөмтәләргә ирешә. Был юҫыҡта иң төп тармаҡтарҙың береһе – “Ауыл йәштәре” программаһы. Ошо уңайҙан дүрт көн рәттән күренекле спикерҙар - Рәсәй ауыл йәштәре союзы рәйесе урынбаҫары Сергей Харахашян, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының бәләкәй хужалыҡ формаларын үҫтереү һәм кооперация бүлеге етәксеһе Илмир Мөхәмәтйәров, эшҡыуар, блогер Айтуған Фәттәхов йәштәргә белем бирҙе. – Ауыл йәштәре ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәрҙән күпкә айырыла. Улар нисектер тәбиғәткә яҡыныраҡ һәм быуындан-быуынға күсә килгән эске көстө, рухты нығыраҡ һаҡлап ҡалған. Бөгөнгө көндә ауылда төпләнергә теләгән йәштәрҙең булыуы, бәлки, ошонан киләлер. Һәр хәлдә кесе Ватанына ҡайтып төпләнәм тигән йәш кеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған – теләге генә булһын. Был юҫыҡта республика Башлығы Радий Фәрит улы