Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-тур”ы программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Уны Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Дөйөм алғанда, 2023 йылдың июненән сентябренә тиклем форум сараларында 1000-дән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл, шулай уҡ киләсәктә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башларға ниәтләнеүселәр ҡатнашҡан. Бизнес-тур "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. – Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса бәләкәй бизнес субъектары артты. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында ла үҫеш динамикаһы алға бара. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 130 мең берәмектән ашты. Йыл башынан алып үҫеш 2 процент тәшкил итә, – тине Андрей Назаров. Министрҙар кабинеты етәксеһе республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа төрлө ярҙам саралары тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Финанс ярҙам инструменттары менән бер рәттән республика эшҡыуарҙарына төрлө консультация ярҙамы ла күрһәтелә. Улар иҫәбендә тренинг