Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика өсөн тағы бер еңеү

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин яҙған. “Быйыл март айында “ЧЕСТНО ГОВОРЯ | новости Уфы и Башкирии” редакцияһы журналистары Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында республикала һаулыҡ һаҡлау системаһына арналған программалар циклын башланы. Мин үҙемдең яҙмаларымда беҙҙең медицинала эштең нисек ҡоролоуын һәм алып барылыуын сағылдырған сығарылыштар тураһында һөйләнем. Кисә “Операционная высоких технологий” махсус репортажы ТЭФИ-Төбәк премияһының “Репортер” номинацияһында өс финалсыһы иҫәбенә ингән. Был – коллективтың эшен һәм профессионализмын юғары баһалау. Абруйлы конкурстағы уңыш (ТЭФИ-Рәсәй телевизион оскары) табиптарыбыҙҙың һәм бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһының мөмкинлектәре тураһында программаның махсус проекты аудиторияның иғтибарына һәм таныуына лайыҡ булыуын раҫлай. Артабан да уңыштар һәм уңышлы проекттар теләйем!” – тигән ул үҙ яҙмаһында. Фото: видеояҙманан скриншот.