Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика әһәмимәтендәге юлдарҙы ремонтлауҙы 2023 йылдың 15 ноябренә тиклем тамамлау эш планына ингән. Ошо туралағы күрһәтмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципалитет башлыҡтарына бирҙе. – 2023 йылда урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонлауға һәм реконструкциялауға, юл төҙөлөшөнә 16 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, шул иҫәптән, 429 миллион һум федераль бюджеттан, – тине Андрей Назаров. 2023 йылда республикабыҙҙың юл фонды 39 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Яҡшы һауа торошо юл төҙөлөшө миҙгелен бер аҙнаға алда асырға мөмкинлек биргән, һөҙөмтәлә 26 мартта уҡ Башҡортостанда асфальт-бетон заводтары эшләй башлаған. Октябрь - иһә эштәрҙең иң ҡыҙған мәле. "Башкиравтодор"ға ҡараған 25 асфальт-бетон заводы тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.