Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” мобиль ҡушымтаһы – яңы электрон платформа сафҡа индерә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә әйтелде. Унда муниципаль райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Ҡушымтаның төп маҡсаты – күп күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең идарасы компаниялар менән һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Был платформа ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, онлайн режимда милекселәрҙең дөйөм йорт йыйылыштарын үткәрергә мөмкин. - Быйыл Башҡортостанда мобиль ҡушымтаны файҙаланған 96 мең тирәһе кеше булырға тейеш. Системала күп фатирлы йорттарҙағы, кадастр һандарын теркәп, бер миллиондан ашыу кешене теркәргә кәрәк. Системаның барлыҡ мөһим мәғлүмәттәр менән тултырылыуы зарур. Был иҫәп приборҙарына, түләү документтарына, ойошмаларҙың банк реквизиттарына ла ҡағыла, - тине Премьер-министр. Башҡортостанда “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” мобиль ҡушымт