Легендар Фидан Ғафаров бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Уға 76 йәш тулды! Фидан Сафа улы Ғафаров – Рәсәйҙең, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы. Ул 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда етенсе класты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйнай. Яратҡан йырсыбыҙҙы тыуған көнө уңайынан улы, шулай уҡ танылған артист Азамат Ғафаров ҡотланы. “Атай! Тыуған көнөң менән ҡотлайым. Һин һәр саҡ миңә батырлыҡ, көс һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булырһың. Мин һинең дәрәжәңә яҡынлашырға тырышырмын һәм Һин һалған бөтә принциптар һәм ҡиммәттәрҙе һаҡларға тырышасаҡмын. Һау һәм сикһеҙ бәхетле бул. Мин һәр ваҡыт һинең менән!”, – тип яҙҙы ул. Башҡорт театр сәнғәтенең һәм эстрадаһының легендаһын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Фото: gorsovet-ufa.ru