Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш ҡалала форум үтәсәк

Сараның маҡсаты – инвалидлыҡты реабилитациялау һәм иҫкәртеү, реабилитация техникаһы һәм уңайлы мөхит өсөн ҡулайламалар етештереүселәр һәм тәьмин итеүселәр менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен тикшереү. Күргәҙмәлә илдең 11 төбәгенән 40 компания ҡатнашасаҡ, улар иһә үҙ сиратында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн инновациялы ҡарарҙар тәҡдим итәсәк. Форум барышында Рәсәй Федерацияһының һәм Беларусь Республикаһының 24 ҡалаһынан һәм субъектынан 180 спикер ҡатнашлығында 37 эшлекле сара ойоштороласаҡ. Форум майҙансығында халыҡ өсөн бушлай консультация зоналары – республиканың медицина ойошмалары табиптары, министрлыҡ һәм ведомство белгестәре консультациялары, интерактив майҙансыҡтар һәм башҡалар эшләйәсәк. Шулай уҡ “Изге республика” үҙенсәлекле тауарҙар һәм изделиелар республика хәйриә йәрминкәһе үтә. Унда Башҡортостандың 14 социаль ойошмаһы үҙ ҡарамағындағыларҙың изделиеларын тәҡдим итәсәк. II “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. Фото: pravitelstvorb.ru