Күптәр социаль селтәрҙәрҙә танылған блогер Миләүшә Шәйхелисламованың "Башҡорт хужабикәһе"н яратып ҡарап бара. Кемгәлер ул оҡшай, икенселәр уның үтә ныҡ ҡыланыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Был хаҡта танылған журналист Рита Өмөтбаева ла үҙенең шәхси фекерен "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Социаль селтәрҙәрҙе ҡарап ултырам... Кемдер ҡунаҡҡа барған, кемдер яңы блюдо бешергән. Бөтәһе лә һалып, ҡуйып бара. "Башкирская домохозяйка" килеп сыҡты. Түштәрен кәсә эсенә тыға, күршеһе менән ярыша. Йәнәһе лә, кемдеке ҙурыраҡ? Һуштан яҙам. Аптырауҙан... Улар ҡуйған видеороликтан түгел! Киреһенсә, шул "Башкирская домохозяйка"ға маҡтап, ҡыуанып, ҡеүәтләп ҡуйған 7 меңдән ашыу лайк ҡуйыусы кешеләргә ғәжәпләнәм. Был нимә ул, дуҫтар? Зинһар, аңлатығыҙ әле. Һәр берегеҙҙе имеҙеп үҫтергән әсәйҙәрегеҙҙең күкрәгенән көлөүме? Ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙә төҙөлөшөнән мыҫҡыл итеүме? Шул һеҙгә оҡшаймы??? Мине юморҙы аңламайһығыҙ тиерһегеҙ, бәлки. Юмор бит кинәйәле, мәғәнәле булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙур йәки бәләкәй түште