Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сертификат нимәгә хоҡуҡ бирә?

Төбәктә өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре аша белем биреү системаһына социаль заказ индереү һынала. 2023 йылда финанслау сертификаты күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү иҫәбенә үҙгәрҙе. Өҫтәмә дөйөм үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу һорауҙары Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә тикшерелде. Ул Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә алып барылды. -Өҫтәмә белем биреү бөгөн – асыҡ вариатив уҡытыу. Ул шәхси һәм профессиональ яҡтан үҙеңде табыуға булышлыҡ итә. Өҫтәмә белем биреүгә йәлеп итеү буйынса беҙҙә ыңғай динамика күҙәтелә. Быйыл 31 авгусҡа ул 80 процент тирәһе. 2019 йылда персоналанған финанслау сертификаттары индерелде. Күп ата-әсәләр һәм балалар түңәрәк һәм секциялар өсөн ҡуллана алды, - тине Премьер-министр. Балаларға өҫтәмә белем биреүҙең персоналанған финанслау системаһына ингән өҫтәмә дөйөм белем биреүҙең 194 ойошмаһы 4460 программаны тормошҡа ашыра. Сертификатты ҡулланыу ваҡыты үҙгәрмәгән, ул балаға 18 йәшкә тиклем яраҡлы һәм лицензияланған түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөүгә хоҡуҡ бирә. Фото: Башҡортосан Хөкүмәте сайтынан.