Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыныс йоҡла, Шатай...

Әбйәлилдәр тағы бер батыр улын юғалтты. Райондың Таштуй ауылы егете Илмир Мостафин хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған. Кисә уны яҡындары, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һуңғы юлға оҙатты. Батыр һалдатты Таштуй ауылы зыяратында ерләнеләр. Илмир тураһында үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә райондың хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов һөйләне. Ул 6-сы класҡа тиклем Таштуй ауылында уҡыған, унан һуң Өфөләге республика инженер лицей-интернатына күскән. 2015 йылда авиация техникумына уҡырға инә, тик шул уҡ йылда армияға саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөгән. 2022 йылдың июнендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барыу өсөн контракт төҙөй һәм Доставалов исемендәге батальонға эләгә. Унда ул бронетөркөм командиры булып хеҙмәт итә. Позывнойы "Шатай" була... “Беҙ һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булған изге күңелле, ярҙамсыл һәм һәйбәт кешене юғалттыҡ. Илмир Илдар улы батальон хеҙмәткәрҙәре һәм командованиеһы араһында ихтирам ҡаҙанды. Ялы ваҡытында үҙ теләге менән мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәрендә сығыш яһаны”, – тип яҙған Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. Фото: "Осҡон" гәзите һәм Илдар Нафиҡовтың сәхифәһенән.