Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Мәғәлән, Өфө ҡалаһында йәшәгән пенсионер яугирҙәр өсөн 40 пар бейәләй һәм ойоҡбаш бәйләгән. Хаҡлы ялдағы Дания Гәрәйшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләп, ошо көндәрҙә Рәсәйҙең ирекле батальондар булдырыу буйынса үҙәк штабына илтеп тапшырған. "Балаларыбыҙ Еңеү менән һау-сәләмәт ҡайтһын өсөн 20 пар йылы ойоҡ һәм 20 пар йөн бейәләй бәйләнем", — ти Дания Гәрәйшина. Дания Лотфулла ҡыҙы Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн бик борсола һәм үҙенең ҙур булмаған өлөшө менән уртаҡ Еңеүҙе яҡынайтырмын тип өмөтләнә. Күңел нурҙары һалып, изге теләктәр менән бәйләнгән йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр яугирҙәргә тыуған яҡ сәләмдәре булып та барып етһен! Фото: "Яңылыҡтар-БЮТ" төркөмөнән.