"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Әбйәлил районының Мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрам һөнәре буйынса иң яҡшыларҙы ҡотлауҙан башланды. Район башлығы халыҡҡа Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырҙы. Концерт ваҡытында айырым блок булды, унда әлеге ваҡытта МХО зонаһында булған егеттәрҙе иҫкә алдылар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артур Аҡмырҙиндың сығышы иң тулҡынландырғыс мәл булды.Ул Фәдис Ғәниевтың репертуарынан “Башҡортостан” йырын башҡарғанда зал аяҡ өҫтө тороп ҡул сапты. Шунда уҡ МХО-ла ҡатнашыусы Илһам Хатаповҡа һәм Сергей Власенкоға генерал М.Шайморатов исемендәге миҙалдар тапшырылды. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе лайыҡлы наградалары менән ҡотланылар, иң яҡшыһын теләнеләр. "Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙе матур байрам – Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым! Был байрам күп милләтле халыҡтың берләшеү символы, һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған яҡҡа һөйөүе символы булып тора. Беҙҙең районға һәм тотош республикаға сәскә атыу һәм именлек теләйем!”, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.