Федоровка районының Федоровка ауылы паркында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән спорт майҙансығы асылды. Спорт майҙансығы Федоровка ауылында паркты төҙөкләндереү буйынса ҙур проекттың бер өлөшө булып тора. Уның сиктәрендә майҙансыҡтың нигеҙе әҙерләнде һәм асфальт түшәлде, йәрәхәттәрҙән һаҡлаған резина япма ябылды, ҡоймалар ҡуйылды. Был майҙансыҡтың япмаһы юғары һәм түбән температуралар тәьҫиренә тотороҡло, был уны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Яңы биләмә спортсыларҙа һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәрҙә популярлыҡ аласаҡ. Асыу тантанаһынан һуң бында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында футбол буйынса ярыштар үтте. “Спорт майҙансығы биләмәһе бөтә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәрҙе йәлеп итеү үҙәге булыр тип иҫәпләйем. Теләгән һәр кем саф һауала спорт менән шөғөлләнә, күнекмәләр башҡара һәм һаулығын нығыта аласаҡ”, – тине Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов. Быйыл Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә бөтәһе 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Федоровка районы хакимиәте.