Найти в Дзене

"Иң шәп ауыл биләмәһе"н ҡотланыҡ

Кисә, Республика көнөндә, "Башҡортостан" гәзите Белорет районының Инйәр ауылы халҡына концерт бүләк итте. Был ауыл биләмәһе гәзиттең социаль селтәрҙәге төркөмөндә ойошторолған "Иң шәп ауыл биләмәһе" конкурсында еңеп сыҡҡайны. Конкурс шарттары буйынса беҙ вәғәҙә иткән концертты ҡуйҙыҡ. Республика көнө айҡанлы Инйәр ауылындағы район мәҙәниәт һарайында шөғөлләнгән һәүәҫкәр артистар, ансамблдәр сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Һуңынан "Башҡортостан" гәзитенең дуҫтары - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ранис Алтынбаев һәм Рәсәй конкурстары лауреаты Зарифа Янбаева сығыш яһаны. Сара барышында "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо. Автор фотолары.