Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҙғарылған был конкурстың Өфөлә үткән финалында илдең ике тиҫтә төбәгенән конкурсанттар ҡатнашты. Яҡут Республикаһынан Краснодар крайына тиклем географик киңлектәге ҡатнашыусыларҙы тупланы бәйге. Йәмғеһе 700-ҙән ашыу ғаилә-династияны йәлеп иткән конкурс М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. “Быйыл конкурсҡа илебеҙҙең 78 төбәгенән 633 заявка килде. Беҙҙең өсөн ошо ғаиләләрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһен, хеҙмәт данын бөтә Рәсәйгә таратыу мөһим. Был конкурс йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙә тағы бер ҙур аҙым”, - тип билдәләне РФ мәғариф министры Сергей Кравцов. Ә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова иһә үҙ сиратында уҡытыусы эше мәктәп стеналары менән генә сикләнмәүен әйтте. Уҡытыусылар ғаиләһендә, династияла балалар ата-әсәһенең хеҙмәтен күреп үҫә һәм күп осраҡта улар ошо уҡ юлды һайлай, тине депутат. Уның һүҙҙәренсә, был йәмғиәттә матур күренеш булып ҡала. “Дәүләт Думаһында бөгөн Уҡытыусы исемен, ун