Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көслө бул!

“Бик ныҡ тәнҡитләгегеҙ килһә лә, бер генә тапҡыр икенсе яртығыҙға был хаҡта өндәшмәй түҙеп ҡарағыҙ. Тап шул мәлдә һөйгән кешегеҙ һеҙгә ҡарата эшләгән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы иҫләгеҙ. Һеҙ ауырыған саҡта күргән хәстәрлеген, быға тиклем эшләгән бүләктәрен һәм сюрприздарын, барлыҡ борсоулы уй-хәстәрҙәрегеҙҙе тыңлауын, ауыр мәлдә иңен ҡуйыуын... Һеҙ унан ни тиклем күп изгелек күргәнһегеҙ! Әле ул нимәнелер яңылыш эшләне... Бында артыҡ ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, бөтәһе лә яңылыша. Хаталар – үлемесле түгел. Бик һирәк иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алмағанда. Хаталарҙы ғәфү итә белергә кәрәк. Яҡын кешегеҙгә уның хаҡлы булмауын, һеҙҙе аңламауын, дөрөҫ эшләмәүен белдерер алдынан тап ана шулар тураһында уйлағыҙ. Әйтергә тип ауыҙҙы асыр алдынан, тәүге һүҙ сығып осор алдынан... Өндәшмәгеҙ! Эстән генә барлыҡ яҡшылыҡтарҙы иҫләргә тырышығыҙ. Һәм шул мәлдә һеҙҙәге асыуҙың баҫыла башлауын тойорһоғоҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе ҡулға аласаҡһығыҙ. Ә үҙ фекереңде һуңынан, тынысланғас та еткереп була. Бына ошоно бер генә тапҡыр эшләп ҡарағыҙ әле...” Артур хәҙрәт Ғабдуллиндың яҙмаһынан. Фото: proza.ru