Ҡытай халыҡ республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Дахновский менән видеоконференция 40-тан ашыу Башҡортостан компанияларын йыйҙы, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Конференцияла Ҡытай баҙарына сығыуҙың перспективалы пландарын тикшерҙеләр, шулай уҡ урындағы партнерҙар менән эш үҙенсәлектәрен билдәләнеләр. Алексей Дахновский Ҡытай баҙарына сыҡҡанда продукцияның маркетингына бюджет булыу мөһимлеген әйтте. Шулай уҡ штатта Ҡытай телен белгән хеҙмәткәрҙәр булыуын хәстәрләргә кәңәш итте. Бынан тыш экспортерҙарға Ҡытайҙағы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, ваҡытында сауҙа маркаһын теркәү кеүек эштәрҙе башҡарыу мөһим. Аҙыҡ-түлектең урындағы баҙар өсөн уникаль характеристикаһы ла әһәмиәтле. - Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләменең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева. – Был баҙар – бик перспективалы. Айырым иғтибарҙы ит һәм балыҡ продукцияһын