Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе лә тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, өҫтәүенә, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары барлыҡҡа килә. Башҡортостандан йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Тағы республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола: “Спорт ун көнл