Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания Сергей Аксаков исемендәге яңыртылған баҡсаны асыу тантанаһында ҡатнашты. Был йәмәғәт киңлеге 2023 йылдың апрелендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә башланы. Аксаков исемендәге баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына ҡарай. Шуға күрә уның яңы ҡиәфәтен проектлағанда архитекторҙар был биләмәнең тарихи зоналарын һәм объекттарын һаҡлап ҡалған. Мәҫәлән, Пушкин урамы яғынан колоннадалы инеү урыны элементтарын һүтеп, реставрацияға ебәргәндәр. Уны тәүге төҫтәрҙә һәм фактурала тергеҙҙеләр. Ә Яңы Күпер урамы яғынан инеү өсөн яңы төркөм ҡалҡып сыҡты. Төҙөкләндереү концепцияһына ярашлы, баҡса бер нисә функциональ зонаға – тарихи аллеяға, йәйге амфитеатрға, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар майҙансығына, балалар өсөн уйын комплексына, асыҡ китапханаға бүленгән. Бынан тыш, Аксаков исемендәге баҡсала инженер коммуникациялары яңыртылды, юлдар төҙөкләнд