Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Байрамың менән, Республикам!

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм бар халыҡты байрам менән ҡотланы. – Байрам менән ҡәҙерле дуҫтар! Был көндәрҙә беҙҙең менән – туғандаш илдәр һәм Рәсәй төбәктәре делегациялары. Дуҫлыҡ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүебеҙ бик ҡәҙерле беҙгә. Бөгөн бында – Абхазия Президенты Аслан Бжания. Яңыраҡ Башҡортостан делегацияһы Абхазияның Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашты. Был иҫ киткес ил халҡының нисек эшләгәнен, үҙ дәүләттәрен нығытыуын күрҙек. Хөрмәтле Аслан Георгиевич! Башҡортостан халҡы һеҙҙе көслө һөҙөмтәле лидер булараҡ сәләмләй. Бөгөн һеҙ бында килгәнегеҙ һәм беҙҙең төп байрамыбыҙҙы беҙҙең менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Ағиҙел буйында Республика көнөндә яңы арт-объект – Колоннада нигеҙенә таш һалыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә, ул еңел булмаған һынауҙарҙы бергәләп үткән башҡорт-абхаз дуҫлығы символына әүереләсәк. Шулай уҡ бөгөн беҙҙең менән Премьер-министр Роман Александрович Головченко етәкселегендәге Беларусь Республикаһы делегацияһы ла. Бер туған Беларусь менән беҙҙе ныҡлы дуҫлыҡ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләй, – тине Радий Фәрит улы. Ул ғүмерен тыуған республикаһы менән бәйләгән һәр кемгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. – Әле иң яҡшыларыбыҙ тегендә – алдынғы һыҙыҡта, ҡыйыу рәүештә Рәсәй, дөрөҫлөк өсөн көрәшә. Ә беҙ бында ышаныслы тылды нығытабыҙ, тыуған төйәктең сәскә атыуы өсөн эшләйбеҙ. Беҙ йөҙгә яҡын гуманитар йөк ебәрҙек, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә федераль һәм республика ярҙам сараларын тормошҡа ашырабыҙ. Был эштә бөтә Башҡортостан ҡатнаша, – тине ул. –Беҙ тарихи яҙмышты хәл иткән ваҡытта йәшәйбеҙ. Бөгөн 1945 йылғы еңеүселәр быуыны XXI быуат нацизмы менән көрәшә. Күптәр үҙ ғүмере хаҡы менән. Беҙ геройҙарҙың исемдәрен йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡларбыҙ. Хөрмәтле дуҫтар, Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым. Бөгөн был залға хәрби хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яҡташтарыбыҙ Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Вячеслав Аверьянов, Владимир Әлимов, Риф Ғиззәтуллин, Рафиҡ Ихсанов, Анатолий Сафронов, Риф Сәхәбетдинов саҡырылған ине. Шулай уҡ – МХО биләмәһендә бер йыл хеҙмәт иткән республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Шамил улы Бадранов килгәйне. Радий Фәрит улы республиканың күп тармаҡлы иҡтисады тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ауыр йылдарға, ковид эҙемтәләренә ҡарамай беҙ сәнәғәт етештереүе күләмен арттыра алдыҡ. Биш йыл эсендә был күрһәткес 13,6 процентҡа артҡан. Өс йыл рәттән Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтинг лидерҙары иҫәбенә инә. Беҙ ике йыл беренсе булдыҡ, әле – өсөнсө. Был ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгө күрһәткесе. Етәксе «Башнефть», «БСК», «Газпром Нефтехим Салауат», Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «ПОЛИЭФ», Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башҡорт баҡыры», «НЕФАЗ», Туймазы автобетоновоздар заводы, «Витязь», «ОЗНА», «Газпром трансгаз Өфө» һәм башҡа ҙур компанияларға рәхмәт белдерҙе. Беҙ республиканы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында инвестицияларҙы арттырыу буйынса алдынғы урынға сығарҙыҡ. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Башҡортостан 2018 йылда 23-сө урындан быйыл 4-сегә күтәрелде. 2019 йылдан инвестициялар 40 проценттан ашыуға артҡан һәм дөйөм күләмдә 1,6 триллиондан ашып киткән. – Инвесторҙар ҙур теләк менән республикаға килә. Ике йыл рәттән «Алға» Рәсәйҙең иң әүҙем үҫешеүсе махсус иҡтисади зонаһы тип таныла. Кисә Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак менән «АМКОДОР-Ағиҙел» заводын астыҡ. Был машиналар эшләү өлкәһендә Беларусь менән ҙур хеҙмәттәшлектең башы булып тора. Беҙ киләһе йылда беҙҙең предприятиеларға кәрәк булған экскаваторҙар, бульдозерҙар, тейәгестәр һәм башҡа техниканы берлектә етештереү өсөн тағы бер ҙур завод асыу бурысын ҡуйҙыҡ, – тине ул. – Аграрийҙарға ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға байтаҡ сумма бүләбеҙ. Беҙ торлаҡ төҙөлөшөндә рекордлы күрһәткестәргә өлгәштек. Былтыр 3 миллион квадрат метрҙан ашыу сафҡа индерелгән. Быйыл да ошо күләмде арттырасаҡбыҙ. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, иң мөһиме, беҙ инженер инфраструктураһын үҫтереү өсөн быға тиклем булмаған күләмдә федераль аҡса йәлеп иттек. Был төҙөлөштө арттырыу мөмкимнлеге бирә. Республика етәксеһе уңыштар булған һәр тармаҡҡа туҡталды. Ә улар бөтә ерҙә лә бар. Юлдар төҙөлә, медицина тармағында төҙлөшө арта. 2019 йылдан алып 360 ФАП төҙөлгән. Мөһим медицина объекттары сафҡа индерелә. Мәғариф системаһы үҫешә, фән яңы уңыштар яулай. Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Бының өсөн бик күп социаль, спорт объекттары төҙөлә. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ йөҙө матурлана, парктар һәм ихаталар төҙөкләндерелә. Туризм тармағы ныҡлы үҫешә. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы республиканың дин әһелдәренә – протоиерей Виктор Ивановҡа һәм имам Хәмзә хәҙрат Хафизовҡа махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән ҡыйыулыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены тапшырҙы. Республика көнө менән Башҡортостандың күп милләтле халҡын Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡотланы. – Бөгөн мин башҡорт ерендә булыуыма һәм был байрамды һеҙҙең менән бергә уртаҡлашыуыма бик шатмын. Башҡорт халҡының тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа һәм бөтә дауамында ғәҙеллеккә һәм азатлыҡҡа ынтылыш менән тығыҙ бәйле. Тап ошо ынтылыш Абхазия һәм Башҡортостан яҙмышын бәйләне, – тине Аслан Бжания. – Бөгөн беҙҙең арала эшлекле, гуманитар һәм мәҙәни бәйләнештәр үҫешә, улар артабан нығынасаҡ. Тантаналы сара Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.