Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Колоннада дуҫлыҡты сағылдырасаҡ

11 октябрҙә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания башҡорт һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлығын символлаштырған колоннада нигеҙенә таш һалыу тантанаһында ҡатнашты. – Эргәлә генә рус һәм башҡорт халҡының бөйөк туғандаш дуҫлығын сағылдырған монумент тороуы символик мәғәнәгә эйә. Ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы ҡуйылғайны. Дуҫлыҡта йәшәү, бер-беребеҙгә ярҙам итеү һәм уңыштарға ҡыуаныу мөһим. Яңы колоннада башҡорт-абхаз дуҫлығының сағыу кәүҙәләнеше буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Абхазия Президенты Аслан Бжания билдәләүенсә, колоннада төҙөлә башлағандан алып ике республика яҡынлашыуға йәнә бер аҙым яһаны. – Өфөлә яңы объект барлыҡҡа киләсәк, ул ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ыңғай тәьҫораттар бүләк итәсәк. Һеҙҙе Республика көнө, ҡаҙаныштарығыҙ менән ҡотлайым. Абхазияға ярҙам иткәне өсөн Башҡортостанға баш эйәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт быға яуап бирәсәкбеҙ. Бәхетле булығыҙ! Һеҙгә тыныс күк йөҙө! – тине Аслан Бжания. Төҙөлөштө башлау хөрмәтенә ҡуйылған постаментта абхаз яҙыусыһы һәм шағир, хәҙерге абхаз әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Дмитрий Гулианың шиғырынан һүҙҙәр яҙылған. Яңы колоннада Сухум ярындағы архитектура ҡоролмаһының күсермәһе буласаҡ. Уны 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә асырға ниәтләйҙәр. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.