Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙә һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан: “Беҙ бөгөн көҙгө Өфөнән йылы, ҡояшлы Абхазияға “Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектында ҡатнашыусыларҙы оҙаттыҡ. Ҡара дингеҙ яры буйындағы матур курорттарҙың береһенә танышыу турына Башҡортостандың 16 ҡалаһы һәм районынан 46 кеше йүнәлде. Хөрмәтле “көмөш йәштәге” туристарыбыҙ! Сәфәрегеҙҙең Республика көнөндә башланыуы үҙе символик мәғәнәгә эйә. Бөгөн Абхазия республикаһы Президенты Аслан Георгиевич Бжания Башҡортостанда ҡунаҡта, ә һеҙ – абхаз ерендә көтөп алынған ҡунаҡтар. Сәфәрегеҙ күңелле һәм хәүефһеҙ, яҡшы хис-тойғоларға бай булһын! Һеҙҙән иҫтәлектәр һәм фотолар көтәбеҙ. Матур сәйәхәттәр һеҙгә! Республика көнө менән һеҙҙе!” Фото:VK.com. #правительстворазвития #командахабирова #террабашкирия #башкирскоедолголетие