Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан үҙенсәлеген юғалтмаһын!

“Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе ысын йөрәктән Республика көнө менән ҡотлайым! Был байрам күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштерә. Һәммәбеҙ республика үҫешенә ҙур өлөш индерә, беҙ барыбыҙ ҙа заманса һәм алға киткән Башҡортостанды күрергә теләйбеҙ һәм шуның өсөн тырышабыҙ. Бөгөн илебеҙҙең һәм барыбыҙҙың алдында ҙур һынауҙар тора. Әммә генерал Шайморатов вариҫтары бирешмәй! Беҙ ауыр саҡта берләшә, иҡтисад, мәҙәниәт, социаль өлкә, рухилыҡты нығыта алдыҡ. Бөгөн беҙҙең яугирҙәребеҙ махсус хәрби операция зонаһында намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ менән хәрби бурысын үтәй. Башҡортостан контрактсылар һәм ирекле батальондар буйынса төбәктәр араһында лидерҙар рәтендә. Был күрһәткес ҡоро һандар ғына түгел, был – рух асылы, был милли һыҙат та! Яугирҙәребеҙ менән рәттән Донбасста тергеҙеү эштәрендә ҡатнашҡан башҡорт төҙөүселәре, медицина хеҙмәткәрҙәре лә сикһеҙ көс һалып тырыша. Уларҙың һәммәһе алдында баш эйәм һәм рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең алда тағы бихисап яңырыуҙар, үҙгәрештәр көтә – улар барыһы ла тыуған республикабыҙ үҫеше хаҡына. Иң мөһиме, Башҡортостан үҙенсәлеген юғалтмаһын! Иманым камил, һәләтле яҡташтарыбыҙ менән барыһы ла килеп сығыр! Байрам менән!” – тип яҙҙы Премьер-министр үҙенең ҡотлауында.