Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында биш йыл эшләү йомғаҡтарына ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты. Тап биш йыл элек Владимир Путин уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләгәйне. “Был йылдар минең тормошомда иң бәхетлеһе булды, сөнки республика өсөн еңел булмаған ошо ваҡытта мин халҡым менән бергә булдым. Үҙемдең бөтә көсөмдө һәм энергиямды тыуған Башҡортостанымды Рәсәйҙең алдынғы, ныҡлы һәм сәскә атыусы төбәктәренең береһе итеү өсөн һалдым. Ә бөгөн Владимир Владимирович Путинға биш йыл элек миңә ҙур һәм көслө республика, Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе менән идара итеүгә ҙур ышаныс күрһәткәне өсөн рәхмәтлемен. Мине һайлаған һәм ошо йылдарҙа Башҡортостан менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшырған кешеләргә рәхмәтемде белдерәм. Ярҙам иткәндәре, сабырлыҡтары, илһөйәрлектәре һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт!” - тине Радий Хәбиров Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта. Фото: "Башинформ".
Радий Хәбиров: ”Республика өсөн еңел булмаған осорҙа мин халҡым менән бергә булдым”
11 октября 202311 окт 2023
~1 мин