Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берҙәмлектә - көсөбөҙ!

Хәрбиҙәр, фермерҙар, уҡытыусылар, табиптар, сәнәғәт һәм башҡа ойошма хеҙмәткәрҙәре, почтальондар һәм башҡа бик күптәрҙең намыҫлы хеҙмәте Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, исемдәр һәм сертификаттар менән билдәләнде. Уларҙы республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Ҡоролтай – Дәүләт Йыйылышы депутаты Тимерғәле Ураҙғолов тапшырҙы. Ҡырмыҫҡалы халҡы өсөн байрам айҡанлы бай йөкмәткеле концерт та ойошторолдо. Сараға килгәндәр яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн дәрт-дарман туплап, алға маҡсаттар ҡуйып таралышты. Берҙәмлектә - көсөбөҙ! Фотолар: vk.com/karmadm