Башҡортостанда "Мәҙәниәт" милли проекты бик уңышлы тормошҡа ашырылып килә, был хаҡта күп яҙғаныбыҙ бар. Проекттың өс йүнәлеше бар - "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт". Өс йүнәлештә лә, республикабыҙ хөкүмәтенең эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге арҡылы, дәррәү эш бара. "Мәҙәни мөхит", исеменән үк күренеүенсә, рухи тормошобоҙҙо байытҡан, ошо йүнәлештә эшләгән һәр төрлө учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, йәғни уларҙы йыһазландырыуға, мәҙәни эшмәкәрлек алып барылған биналарҙы яңыртыу, яңыларын төҙөү һәм башҡа шундай эштәрҙе атҡарып сығыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда был проект буйынса һис туҡтамай эш бара, әле бында, әле тегендә клубтар асыла, яңы ҡорамалдар, музыка ҡоралдары һатып алына. Әленән-әле ошо юҫыҡта ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙе ишетеп-күреп торабыҙ. Республикабыҙҙың иң төпкөл райондарының береһе - Хәйбулла миҫалында проекттың нисек бойомға ашырылғанын асыҡ күреп була. Күптән түгел был төбәктәге Первомайский ауылында яңыртып эшләнгән клуб ҡайтанан эшмәкәрлеген тер