Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғәзиз ергә тоғролоҡ һаҡлап...

Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылындағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Ошо уҡ көндө район мәҙәниәт һарайында ижтимағи эштә һәм хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәрҙе тәбрикләнеләр. Ғафуриҙарҙы байрам менән Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибаҙуллина, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡотланы. Сара район һәләттәренең бай йөкмәткеле концерты менән тамамланды. Фотолар: tabin-gafuri.ru