Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан тураһында тағы ла күберәк кеше беләсәк

Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөнә арналған сараларға ярашлы, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә Телеүҙәк алдында асылды. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге – 6 метр тирәһе. Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиевтың проекты буйынса булдырылған. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән йөҙләнгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойолған. Бөгөн республикабыҙ үҙенең ҙур дәүләт байрамын билдәләй. Унда дәрәжәле ҡунаҡтарҙың килеүе беҙгә булған хөрмәт һәм ихтирам тураһында һөйләй. Абхазия Президенты Аслан Бжания ла осраҡлы килмәне, был ил менән эшлекле килешеүҙәр, туризм йүнәлешен үҫтереү ҡаралған. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә Радий Хәбировтың республикабыҙға етәкселек итә башлауына биш йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булды, уларҙың бер тармағы – туризм. Ошо турала беҙ республиканың туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡты ойоштороу союзы рәйесе Илдар Бикҡужин менән һөйләштек. Ул һуңғы йылдарҙа республикала туризм тармағының нисек үҫешеүе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Минең туризм тармағындағы эш тәжрибәм ҙур һәм сағыштыра алам. Бынан биш йыл элек республика менән Радий Фәрит улы етәкселек итә башланы. Ошо осорҙа беҙҙең тармаҡта ҙур үҫеш булды. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ә аныҡ күрһәткестәр. Башҡа төбәктәргә йыш барабыҙ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Беҙҙе күреү менән, “О, Башҡортостан!” тип ҡарайҙар, көнләшәләр, – ти ул. Илдар Рәшит улы “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты тураһында ентекләберәк һөйләне. – 2020 йылда республика етәкселеге уны хупланы һәм шул осорҙан ҙур үҫеш башланды. Дөрөҫөн әйтәм, тәүҙә туроператорҙар уның уңышына бик ышанып етмәгәйне. Тик ул бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Тәүге йылда уҡ 20 мең самаһы пенсионер бушлай республикабыҙ буйлап сәйәхәт ҡылды. Артабан һандар артты ғына. Шуныһы – өлкән йәштәгеләр бушлай ял итеп ҡайтты ла, сәйәхәт итеүгә ҡыҙыҡһыныуы тыуҙы. Улар үҙ-ара берләшеп, артабан сәйәхәт итә башланы, был да тармаҡтың үҫешенә килтерҙе, - ти ул. Иғтибарға лайыҡ булған тағы бер проект – “Мәктәп туризмы” программаһы. Уның буйынса ла беҙҙең балалар сәйәхәт итергә ярата. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, Башҡортостан унда икенсе йыл рәттән ҡатанаша. Һандар, сифат буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендәбеҙ. – Был проекттар эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ташыусылар, ҡунаҡханалар асыҡ эшләй башланы, күләгәнән сыҡты. Туроператорҙар яңынан-яңы ҡыҙыҡ маршруттар тәҡдим итә башланы, улар ҙа сифат өсөн тырыша. Тәүҙә башлағанда биш кенә маршрут бар ине, хәҙер уларҙы һанап та бөтөрлөк түгел. Кешеләр үҙҙәре һайлай, ә беҙ тәҡдим итәбеҙ. Шуға сифат өсөн тырышалар, – тине ул. Быйыл пенсионерҙар ялы проекты Башҡортостан менән генә сикләнмәй, сит илдәргә лә сыҡты. Тәүҙә Башҡортостан – Беларусь йүнәлеше буйынса эш башланды. Операторҙар тәүҙә был проекттың да уңышына бик ышанып етмәй, әммә ул көтөлгәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ булып сыға. Һөҙөмтәлә апрелдән октябргә тиклем 1300-ҙән ашыу пенсионер Белоруссияла булып ҡайтты. – Ә ошо көндәрҙә 46 пенсионерыбыҙ Абхазияға ялға китте. Был - әлегә һынау варианты. Әгәр ул уңышлы үтһә, шулай уҡ таратыласаҡ һәм өлкән йәштәге кешеләр ул республиканы ла барып күрә аласаҡ. Шуны әйтәм: ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Тур тураһында иғлан итеү менән 10 минут эсендә төркөм йыйылды, әле лә сират торалар, барырға теләгәндәр бик күп. Минеңсә, был проект та беҙҙә бик уңышлы эшләр, – тине Илдар Бикҡужин. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, хәҙер беҙҙә туризм тармағы өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары программаһы эшләй башлаған. – Элек төрлө программаларҙа ҡатнаша инек, тик ярҙам булманы. Ә Башлыҡ гранты - эске туризмды үҫтереү өсөн бик шәп мөмкинлек. Ул туристик маршруттар булдырыу, глэмпингтар асыу, һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләр сәйәхәт итә алһын өсөн ҡорамалдар алыу һәм башҡа эштәр өсөн биреләсәк. Был тармаҡҡа тағы ла яңы һулыш өрә. Беҙҙең Башҡортостан тураһында тағы ла күберәк кеше беләсәк, – тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.