Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса тыуған илдәрен һаҡлауҙы дауам итә. Беҙҙең күп егеттәр унда үҙ теләктәре, йөрәк саҡырыуы буйынса юлланды. Бөгөн шундай егеттәрҙең береһенең әсәһе менән аралаштыҡ. Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән “Байруш” позывнойлы егет махсус хәрби операция биләмәһенә былтыр июлдә китә. Ул арҙаҡлы доставаловсылар батальонында хеҙмәт итә. Ҡыйыу егеттең әсәһе Зөбәржәт апай менән һөйләшкән саҡта шул асыҡланды: күптән түгел генә, август аҙағында уның өлкән улы ла ҡустыһы янына, махсус хәрби операцияға, шул уҡ батальонға киткән икән. – Бәләкәй улыбыҙҙың унда йөрөүенә йылдан ашты инде. Бәләкәйҙән ҡыйыу, көслө, тик тормаҫ, эшлекле улыбыҙ илебеҙгә хәүеф янағанда өйҙә ултырып ҡала алманы шул. Өс балаһы булһа ла, “минең урыным унда”, тине, яҙған булһа иҫән-һау әйләнеп ҡайтырмын тине. Тәүҙә беҙҙе борсомаҫ өсөн контракт төҙөгәнен әйтмәне лә бит ул. Белеп ҡалғас, кире уйлатырға тырышып ҡараныҡ, тик булманы, үҙ һүҙендә ныҡ торҙо, – тип һөйләй апай. Әлбиттә, әсәй менән атайҙың йөрәге балаһы өсөн борсола. Барған еренең ни тиклем хәүефле икәнлеген улар аңлай бит. Тик малайҙарының таҫыллығына, көсөнә ышаналар. Әсәй кеше улы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша. – Улым ултыра белмәй ул. Бер ҡасан да ял итеп ятҡанын күргәнем булманы. Һәр саҡ эше бар, яндырай баҫып, йүгереп кенә тик йөрөй ул. Үҙенең дуҫтары, иптәштәре күп, өйҙә сағында минут һайын киләләр, хәлен белешәләр. Тегендә киткәнсе бизнесы булды, төҙөлөш менән шөғөлләнде, бригадаһы ла бар ине. Шуға ҡайһы берәүҙәрҙең “аҡса өсөн киткәндер” тигән һүҙен ишетһәм йәнем көйә, ниндәй аҡса булһын инде, Тыуған илен һаҡлайым тип сығып китте балам. Ул һәр ваҡыт үҙенең ғаиләһен дә, беҙҙе лә ҡараны. Әле лә, алыҫта булһа ла булышып тора, беҙгә кәрәк-яраҡты яйлай, утын-фәлән килтертә, – ти әсә кеше улы менән ғорурланып. Апай яңыраҡ булған бер хәлде һөйләне. Яңыраҡ ире менән ҡалаға теш табибына барғандар. Тик уларға яҙылырға, сират көтөргә кәрәк тигәндәр. Ә улдарының махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгәнен белеп ҡалғас, шунда уҡ икеһен дә йүгереп йөрөп ҡабул иткәндәр, бер көндө тулыһынса дауалап ҡайтарғандар. – Ҡустыһы киткәс, ағаһы ла уйлана башлағайны. Ул Себерҙә эшләп йөрөй ине. Икәүләп һөйләшкәндәр ҙә, ул да тыуған иле һағына баҫырға булды. Ҡаршы сығып ҡараным инде, тик үҙе өсөн ҡарар ҡабул иткән ир-аттың алдына сығып буламы ни? Улар бергә булырға тырышты. Һөҙөмтәлә, бәләкәй улым тегендә етәкселеге менән һөйләшеп, ҙуры бында хәрби комиссариатта һөйләшеп, бер урынға эләктеләр. Әле малайҙар бергә, бер-береһен ҡарап йөрөтәләр, – ти ул. Зөбәржәт менән Байрамғәле ағай өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары һәм ике малай. Ауылда был эшлекле ғаиләне хөрмәт итәләр. – Көн һайын аталары менән икәүләп илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, малайҙарыбыҙ иҫән-һау әйленеп ҡайтһын тип теләйбеҙ. Улар өсөн ҡурҡһам да, ныҡ ғорурланам мин! Улар ҡурҡып торманы, үҙ тыуған илдәрен һаҡларға китте! Еңеү менән тиҙерәк һәр малай өйөнә ҡайтһын ине, – тип доғаларын уҡый Зөбәржәт апай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.