Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй районында ике кеше таксисты үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Кисә төндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә 51 йәшлек иргә һөжүм итеү тураһында хәбәр итәләр. Уның муйынына бысаҡ менән сәнскәндәр һәм машинаһын урлағандар. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре оператив сара барышында ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлай. Улар, ЮХХДИ менән берлектә, ҡасырға маташҡан енәйәтселәрҙе шәхси секторҙа тота. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бәләбәй районында 1991 һәм 1986 йылғы ике ир спиртлы эсемлектәр эскән. Аҡсалары бөткәс, улар табыш өсөн таксисты үлтерергә ҡарар итә. Ғәйепләнеүселәр такси машинаһын Мәтәүбаш ауылына барырға тип саҡыра, әммә юлда туҡтауын һорайҙар. Бер ғәйепләнеүсе водителде тотоп тора, ә икенсеһе муйынына сәнсә. Водитель юғалып ҡалғандарҙан булмай. Ул ҡулына эләккән беренсе әйберҙе – отвертканы алып, һөжүм итеүселәрҙең береһенә һуға һәм тотҡан кешенән ысҡынып, машинанан сы