18 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы республика һәм компанияның үҙ-ара бәйләнеше буйынса комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы. Ултырыш алдынан төбәк етәксеһе “Өфөоргсинтез” нефть химия предприятиеһының технологик комплексы менән танышты. Комиссия ултырышын асып, Башҡортостан Башлығы “Башнефть” менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. -Компания етәкселегенә комиссия булдырыу тураһындағы башланғысты хуплағаны өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. – Бындай форматта булдырған күп кенә эштәр үҙҙәренең хәл итеү юлын тапты. Был конструктив үҙ-ара бәйләнеш булдырырға ярҙам итә. Төбәк етәксеһе 2023 йылда республика сәнәғәтенең тотороҡло үҫешен билдәләне, ғинуар-август һөҙөмтәләре буйынса үҫеш 5,4 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта кокс һәм нефть продукттарын етештереү 9,6 процентҡа күбәйгән. Ябай булмаған тышҡы сәйәси шарттарҙа ла “Башнефть” инвестпрограммаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, мәрхәмәтлек ярҙамын күрһәтә. -Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең башланғыстарҙы хуплайбыҙ. “Башнефть”тең нығыныуы, әүҙем үҫеүе мөһим, - тине Радий Хәбиров. “Башнефть” тең генераль директоры Андрей Лазеев заманса иҡтисади шарттарҙа компанияның эше тураһында һөйләне. -Беҙ етенсе тапҡыр осрашабыҙ. Комиссияның эшенә ярашлы, 50-нән ашыу көнүҙәк һорауҙар тикшерҙек. Башҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлекте беҙ юғары баһалайбыҙ. Беҙҙең стратегик проекттарға ярҙам тоябыҙ. Был компания үҫеше өсөн бик мөһим, - тип билдәләне Андрей Лазеев. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.