Башҡортостанда төҙөүселәр өлөшсөләр исеменән милек хоҡуғын теркәүгә биргән ғаризалар һаны артҡан. 2023 йыл башынан республикала 800-ҙән ашыу ошондай ғариза бирелгән, былтыр ошо ваҡытҡа 446 ғариза тапшырылған булған. Был хаҡта Росреестрҙың матбуғат хеҙмәте һәм республиканың Төҙөлөш министрлығы хәбәр итә. - Өлөшсөгә өлөшлө төҙөлөш объектына милек хоҡуғын теркәү өсөн үҙаллы Күп фунциялы үҙәктәрҙең офистарына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Уның өсөн барыһын да төҙөүсе эшләй ала. Ҡануниәттәге яңылыҡтар дәүләт теркәүе өлкәһендә административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән, был иһә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусының милеккә хоҡуғын рәсмиләштереү процедураһын ябайлаштыра, - ти Росреестрҙың Башҡортосан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец. Мәҫәлән, 2022 йылда төбәктә милеккә хоҡуҡ яңы төҙөлөш объекттарының 49 процентында ғына теркәлһә, 2023 йыдың октябренә был күрһәткес 81 процентҡа тиклем етте. Был иһә уларҙың хужаларының милек мәнфәғәтен яҡлауға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.