Предприятие 30-ҙан ашыу төр продукция етештерә һәм органик синтез продукцияһын, шулай уҡ полимерҙарҙы күләмле етештереү буйынса тармаҡ лидерҙарының береһе булып тора. Атап әйткәндә, завод Рәсәйҙең фенол һәм ацетон етештереү күләменең яҡынса 30 процентын, юғары тығыҙлыҡта эшләнгән полиэтилендың 15 процентын һәм полипропилендың 11 процентын тәьмин итә. Бынан тыш, «Өфөоргсинтез» — төрлө тармаҡтар өсөн этилен-пропилен каучук етештереүсе берҙән-бер ватан ойошмаһы. Республика Башлығы предприятиеның технологик комплексы менән танышты. 2018 йылдан бында йылына 170 мең тонна ҡеүәтле кумол етештереү өсөн яңыртылған агрегат эшләй башлай. Был продукт буяу һәм лак сәнәғәтендә ҡулланылған фенол һәм ацетон әҙерләүҙә аралашсы булып тора. Башҡортостан башлығына шулай уҡ йылына 130 мең тонна ҡеүәтле полипропилен етештереү берәмегенең эшләй башлауы тураһында һөйләнеләр. Уны приборҙар эшләүҙә, ауыл хужалығында, шулай уҡ автомобиль һәм еңел сәнәғәттә ҡулланыла. Полимер гранулалар үҙебеҙҙә етештерелгән махсус өс ҡатлы FFS пленкаһына төрөлгән. Компанияның ҡеүәте был материалды 1,5 мең тоннаға тиклем етештерергә мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров шулай уҡ 1965 йылдан алып эшләп килгән полиэтилен етештереү комплексын ҡараны. 2010 йылда уға автоматик тултырыу линияһы өҫтәйҙәр, ул 2019 йылда был ҡоролма төҙөкләндерелә. Был полиэтилен менән ҡаптарҙы блоктарға төрөргә һәм продукцияны ташыу шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. “Өфөоргсинтез” шулай уҡ 1,6 миллиард һум инвестиция һалып, таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау проектын тормошҡа ашыра. Ул предприятиеның бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылдан "Башнефть" тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына 22 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Башҡортостан башлығы “Өфөоргсинтез”дың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне. "Компания тиҙҙән 70 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Компанияның үҫеште туҡтатмауы һәм илебеҙ иҡтисады ихтыяжына яраҡлашыуы ҡыуаныслы. “Өфөоргсинтез”дың профессиональ коллективына әүҙем эшләгәндәре һәм алға киткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бында уникаль компетенциялар тупланған, хеҙмәт династиялары булдырылған, улар тупланған тәжрибәне йәш быуынға тапшыра. Һеҙгә уңыштар һәм муллыҡ теләйем. Беҙ бергәләп республика сәнәғәтен үҫтерәбеҙ һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртабыҙ », — тине Радий Хәбиров. Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.