Миәкә районының Илсеғол ауылында йәшәүсе Альбина Мөхәмәтйәнова ҡасандыр өләсәһенең, әсәһенең рецебы буйынса ҡорот эшләп ҡарай һәм отолмай. Хәҙер уның ҡороттары Миәкәлә генә түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла ҙур һорау менән файҙаланыла. -Ҡорот яһап тәүҙә күстәнәскә тараттым. Өфөлә күргәҙмәлә ҡатнашыу, йәрминкәләргә йөрөү ҙә был үҙенсәлекле ризыҡты танытты. Яйлап һатыуымды һорап мөрәжәғәт итә башланылар.Ҡоротҡа һорау ҙур булғас, үҙемдең эшемде астым. Әле күпселек был ризыҡ Миәкә, Әлшәй райондарында, Өфөлә һатыла. Һатылмай ятҡаны юҡ. Өләсәйемдән килгән боронғо рецепт буйынса яһағанға ла уның тәме үҙенсәлеклелер, ләкин һораусыларға барлыҡ серҙәрен дә әйтеп бөтмәйем. Тәбиғи, ауылда етештерелгән ризыҡҡа хәҙер һорау ҙур. Йәштәр ҙә хәҙер уға өҫтөнлөк бирә. Оло йәштәгеләр ҙә, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, сырхаулап торғандар ҙа яратып ашай. Мин эшләгән ҡоротто тәмләп ҡарағандар алмай ҡалғаны юҡ, - ти йылмайып Альбина Исмәғил ҡыҙы. Был тиклем ҙур эштәрҙе башҡарыуға ул бары тик тормош юлдашы Раяз ярҙамында өлгәшә. Күпләп мал аҫрау байтаҡ көс һәм тырышлыҡ талап итә. Шул тиклем малға бесән әҙерләү, көтөүен уйлаһаң да әҙ көс түгелмәй. Һыйыр ғына түгел, һарыҡтары ла 100 башҡа етә. Уларҙы күпселек ҡорбанға салыуға, кафеларға алып китәләр. Өлгөр хужабикә биш һауын һыйырын һауып, көндөкөн көнгә эшкәртә бара. Көнөнә 50 литр һөт эшкәртеүе тураһында белдерҙе ул. Альбина ҡорот эшләү рецебын беҙгә лә әйтте. Барлыҡ серҙәрен дә һөйләп бөттөмө икән? Быны бары тик эшләп ҡарағас ҡына белә алабыҙ. Һөттө ҡайнатабыҙ, һыуынғас, ауылдың әсе ҡатығын өҫтәп, өс-дүрт көн ойотабыҙ. Аҙаҡ эҫетәбеҙ, ҡарағат, сейә япраҡтары һалып тәмләтергә лә мөмкин. Һөҙөргә һалабыҙ, 3-4 көн тороп һарҡҡас, ҡоротто тоҙ һалып баҫабыҙ. Автор фотоһы.