Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ир-азамат ул беҙҙең Азамат!

Күмертау ҡалаһында водитель булып эшләгән Азамат махсус хәрби операцияға военкомат аша саҡырылыу ҡағыҙы алғандан һуң, былтыр сентябрҙә юллана. Ике аҙнаға ялға ҡайтҡан йәш ир хәрби хеҙмәте, һалдаттарҙың көнкүреше тураһында бәйән итте. Дөрөҫөн әйткәндә, был осрашыуҙы күҙ алдына килтереп, алдан тулҡынланһам да, уның менән һөйләшә башлағас, ауыр уй-кисерештәрем таралды. “Һәр нәмәгә өйрәнеп була” Ҡулға повестка алғас, атай-әсәй, ғаиләм, туғандар - һәммәбеҙ ныҡ борсолдоҡ. Беренсенән, бер ҡасан да оҙаҡҡа йыраҡҡа юлланғаным юҡ ине. Әрме сафында танкист булып хеҙмәт итеп ҡайттым, йәш саҡ булғанғамы, уныһы тиҙ үткән кеүек тойолдо. Өфөгә эш буйынса ике аҙнаға ғына китһәм дә, балаларымды ныҡ һағынып ҡайта инем. Һарытау ҡалаһында ике аҙна полигонда тәжрибә туплағандан һуң, Запорожье өлкәһенә ебәрҙеләр.Илде яҡлау, һаҡлау - беҙҙең бурыс, тип ҡабул итәм. Уйлап ҡараһаң, нисәмә быуат дауамында беҙҙең илде таларға, бөтөрөргә маташҡандар. Америка Украина сигендә үҙ позицияһын нығыта икән, рәсәйҙәргә тыныс тормошто оноторға тура килә. Һин яҡларға тейешле туғандарың, яҡындарың булғанда, ҡурҡыу тураһында уй башҡа ла килмәй. Техник ремонтлау взводына эләктек, машиналар ремонтлайбыҙ. 12 кеше араһында дүрт автослесарь, иретеп йәбештереүсе, монтажсы, токарь бар. Яңыраҡ атышҡа эләккән “Урал”ды килтерҙеләр. Асҡыстар етмәгәс, Өфөнән бер егет заказ менән алдыртты, ҡайһыһын бында һатып алдыҡ. Беҙ эшләгән, йәшәгән ерҙә электр уты, һыу үткәрелгән, ҡорамалдар бар, мейес иретеп йәбештереп, үҙебеҙгә мунса әтмәләнек, йәшәү шарттары булдырҙыҡ. Аҙыҡ-түлек етә, пропан менән тултырылған баллон ҡулланып, ашарға бешерәбеҙ. Кейем-һалым етерлек. Эш хаҡын ваҡытында күсерәләр. “Эштә йөрөгән һымаҡ” Хеҙмәттәштәр араһында мөнәсәбәт яҡшы, "дедовщина" кеүек күренеш юҡ. Барыбыҙ ҙа ҡайҙа йөрөгәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Тәүге көндән шунда йөрөгәндәр менән осрашып һөйләшкәнем булды. Башта ауырға тура килгән, хәҙер сағыштырмаса тынысыраҡ. Ракетаның осоп килеүен, йә иһә осоп китеүен тауышынан айырабыҙ. “Һуғыш шарттарында ла йәшәргә өйрәнәһең ул”, - тиҙәр. Кеше шулай сыныға. Әлбиттә, мыжыҡ әҙәмдәр ҙә бар. Мөхәббәт ауырлыҡта һынала, тиҙәр, дөрөҫ ул. Кемделер ҡатындары көтмәй, улар менән ултырып һөйләшәбеҙ. Урындағы халыҡтың да төрлөһө бар. Яңыраҡ ошо яҡта йәшәгән кеше менән аралаштым. “Гривнала эш хаҡы алғанда шул уҡ көндө бурыстарҙы тарата ла, икенсе көн тағы бурысҡа бата инек. Хәҙер эш хаҡы 20 мең һумдан кәм түгел”, - тип ҡыуанып һөйләп торҙо. Урындағы халыҡтың “Беҙҙең Путин” тип һөйләүенән дә күп нәмәне аңларға була. Автомат һәр саҡ ҡулда. Блиндаждар ҡоролған, окоптар ҡаҙылған. Һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Машина ремонтлағанда, техника аҫтында ятҡанда 12 килограмм тартҡан бронежилет мәшәҡәтләй, сисергә тура килә. Күк йөҙө күҙәтелеп тора, шуға техниканы ла асыҡ һауала ҡалдырмайбыҙ, күмәкләп өйкөлөшөп күҙгә артыҡ салынмауың да хәйерле. “Доғалар үҙем менән” Ике өләсәйем дә намаҙ уҡыны, бәләкәйҙән Аллаһы Тәғәләнең барлығына, ҡөҙрәтенә ышанып үҫтек. Икенсенән, атай-әсәй, ҡатыным, балаларым янына ҡайтырмын, күрермен тигән теләк һынмаҫҡа ярҙам итә. Кескәй ҡыҙҙарым ҡайҙа хеҙмәт иткәнде белмәй. Һәр кис һайын яҡындар менән элемтәгә сығып, һөйләшеп торабыҙ. Аралашып торғас, бәләкәсе онотмаған, һағынып көтөп тора. Уға өс кенә йәш, бигерәк шуҡ. Ике аҙна ваҡыт бик тиҙ үтте. Алып китергә әйбер тупларға кәрәк. Егеттәр һораған әйберҙәрҙе алып барырға тырышабыҙ. Сит ерҙә тыуған яҡтан килгән һәр ризыҡ ныҡ танһыҡ. Ялға ҡайтҡандар аша мин ҡаҙылыҡ, доғалар яҙылған бетеү һоратҡайным. Әсәйем доғалары һаҡлап йөрөтөр, Алла бойорһа. “Тыныс күк йөҙө теләйем” Элегерәк атай-әсәй туған-тыумасаға ҡотлау открыткалары яҙғанда, ошо һөйләм менән тамамлана ине теләктәр. Йән тыныслығы юғалғас ҡына уның ниндәй танһыҡ, ниндәй ҡәҙерле икәнен аңлайһың икән ул. Берҙәм булғанда, бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тип ышанам. Азамат менән әңгәмәләшкән арала уның сабыр аҡылына һоҡландым. Быуаттар дауамында аҫыл ир-уҙамандар хаҡлыҡ даулап яу сапҡан. Яугир башҡорт халҡының батырлығы тураһында күп әҙиптәр тарихи әҫәрҙәр яҙған. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халҡымда ил именлеген һаҡлар батырҙар рухы юғалмауына тағы бер инандым. Автор фотоһы