Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Оҙаҡ уйларға һәм шикләнергә ваҡыт булманы”

Һуңғы йылдарға күҙәтеү яһаһаҡ, тәүге сиратта донъяның һаулыҡ һаҡлау системаһына көтөлмәгән һынау булған коронавирус пандемияһы иҫкә төшә. Был афәттән Рәсәй ҙә, Башҡортостан да ситтә ҡалманы, шуға күрә ваҡиғалар барышында йөҙәрләгән мәсьәләне власть органдарына ла, йәмәғәтселеккә лә, төрлө тармаҡ белгестәренә лә оператив рәүештә хәл итергә тура килде. Шулай ҙа был осорҙа иң ҙур көсөргәнештең медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡаны мәғлүм. Пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты Альберт МИРХӘЙҘӘРОВ – коронавирус менән көрәштең тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта булған табип. Белгес ошо хаҡта үҙ фекере менән бүлеште: – Инфекция тарала башлағас та миңә тәүгеләрҙән булып “ҡыҙыл зона”ла эшләргә тура килде. Ысынлап та, сир күптәрҙә көслө ҡурҡыу хисе тыуҙырҙы. Матбуғат саралары аша ауырыуға бәйле мәғлүмәт менән танышыу бер, ә ысынбарлыҡта хәл бөтөнләй икенсе. Шуға ла беҙ дауаханала ҡабул иткән тәүге пациенттарҙың күҙендә аптырау ҡатыш хәлде аңлап бөтмәү, хәүеф тойғоһон күрҙек. Госпиталгә һалынған бәғзе пациенттарҙың билдәләнгән диагнозға ышанмаған осраҡ­тары ла булды. Бигерәк тә коронавирусҡа бәйле туҡтауһыҙ ағылған мәғлүмәт күбәйгәс һәм пневмонияның ҡатмарлы төрөнән донъяла кешеләрҙең күпләп үлеүе хаҡында ишетелә башлағас, ҡайһы берәүҙәр төшөн­көлөккә бирелде. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәренә оҙаҡ уйланырға һәм шикләнергә ваҡыт булманы: тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләргә тура килде. Минең уйымса, коронавирус инфекцияһы пульмонологтар эшендә генә сағылыш тапманы, башҡа белгестәрҙең хеҙмәтенә лә ҙур йоғонто яһаны. COVID-19 пандемияһы – үҙенә күрә йәмғиәткә, заман медицинаһына ҡарата бер оран ул. Ошо ваҡиғалар һаулыҡ һаҡлау тармағында реформалар кәрәклеген, дауаханалар төҙөү принцибына үҙгәрештәр талап ителеүен, медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә лә талаптар башҡасараҡ булырға тейешлеген күрһәтте. Башҡортостан етәкселеге был йәһәттән башҡа Рәсәй төбәктәренә өлгө күрһәтте: республикала тиҙ арала заманса дауаханалар комплексы төҙөлдө. Белгес булараҡ, был мөмкинлеектәрҙе юғары баһалайым. Йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге һөнәри тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: вирус тураһында китаптан уҡып белеү, сит ил хеҙмәттәштәренең яҙмалары аша танышыу ауырыуҙың карауаты янында башҡарылған эштәр, сир менән күҙмә-күҙ осрашыу менән бер түгел. Ә коронавирус, күҙгә күренмәһә лә, бар донъяның тормошон, йәшәйешебеҙҙе “быға тиклем” һәм “коронавирустан һуң” осорона бүлде. Әммә беҙ был осорҙо лайыҡлы үткәрҙек, бирешмәнек, - ти Альберт Мирхәйҙәров. Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ярылып ята: пандемия башланыр алдынан, 2020 йылдың яҙында, Башҡортостанда 510 койкалыҡ Республика клиник инфекция дауаханаһы бар ине. Ошо осорҙа Башҡортостан етәкселегенең алдан күҙаллап эшләй белеү һәләте төбәк халҡын ғына хайран ҡалдырманы. Бында киң маҡсатлы, стратегик ҡарар ҡабул итеү зарур ине һәм тиҙҙән, 2020 йылдың апрелендә Өфө эргәһендә ковид-госпиталь төҙөлә башланы. Нигеҙе итеп заманса проект алынды һәм объектты тапшырыуҙың бығаса булмаған ҡыҫҡа ваҡыты билдәләнде. Һөҙөмтәлә, Зубово ауылында ҡурай сәскәһе формаһында төҙөлгән ковид-госпиталь Рәсәйҙә ошондай ҙур социаль ҡоролмаларҙы эксперименталь төҙөү йәһәтенән “тәүге ҡарлуғастарҙың” береһе булды. Төҙөлөштөң бындай масштабын заман тарихы белмәй: Клиника-диагностика инфекция үҙәге 55 көн эсендә төҙөлдө. Объектты төҙөү хаҡы 1,8 миллиард һум тәшкил итте. Дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил иткән объект тиҙ йыйыла торған конструкцияларҙан төҙөлгән. Ул ҡурай сәскәһе рәүешендәге бер ҡатлы комплекстан ғибәрәт. Бина 100 боксланған палатаны, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләгән 82 боксты һәм 18 реанимацияны үҙ эсенә ала. Бында шулай уҡ диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк-стерилизация бүлексәләре, шулай уҡ табиптар өсөн ятаҡ та бар. Учреждение 470 пациентҡа иҫәпләнгән. Башҡортостан өлгөһө Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғөмүмән, 2020 йылда Башҡортостанда социаль объекттар төҙөлөшөндә ҙур алға китеш күҙәтелде. Зубово үҙәге ярты йылға республиканың медицина тармағына койка фондын тәьмин итеү йәһәтенән ял бирҙе, өҫтәүенә, Башҡортостандың башҡа дауалау учреждениеларында ла ковид-госпиталдәр ойошторолдо. Ғөмүмән, коронавирус пандемияһына бәйле Башҡортостан властарының алдан күрә белеү һәләте төбәктең айырмалы һыҙатына әүерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров даими стационарҙарҙа булды, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәлде контролдә тотто. Ковидлы пациенттарҙың һаны артҡан һайын, уларҙы Өфөгә ташыуҙың мәғәнәһе юҡ икәнлеген иҫкәртте, ҡайһы берҙә өлгөрмәй ҙә ҡалырға мөмкин. Шуға күрә Башҡортостандың көньяғында тағы бер “ҡурай сәскә”һе төҙөргә, белгестәргә эшләү, ә ауырыуҙарға дауаланыу өсөн заманса шарттар тыуҙырырға һәм Зубоволағы медиктарҙың эшен еңеләйтергә ҡарар ителде. Шулай итеп, 2020 йылдың 10 октябрендә Стәрлетамаҡта клиник-диагностика инфекция үҙәге төҙөлә башланы һәм ошо уҡ йылдың 10 декабрендә ул үҙ ишектәрен асты. Уны төҙөүгә Башҡортостан бюджетынан 2,19 миллиард һум аҡса тотонолдо. Әйтергә кәрәк, Өфө эргәһендә һәм Стәрлетамаҡта заманса инфекция үҙәктәре төҙөлгәс, төбәк властары проекттың артабан киң ҡолас алыуына иҫәп тота ине. Әлбиттә, коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш – мөһим мәсьәлә, әммә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫешенең берҙән-бер аспекты түгел. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәй Президенты һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостан 2025 йылға тиклем беренсел медицина звеноһын үҫтереүгә 16 миллиард һум самаһы аҡса аласаҡ. Был республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын ярайһы уҡ нығытырға булышлыҡ итәсәк. ... 2021 йылдың ноябрендә республика властары модулле ковид дауаханаларын Туймазыла һәм Сибайҙа төҙөүҙәре хаҡында белдерҙе. Ике үҙәк тә пациенттарҙы 2022 йылдың мартынан ҡабул итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығыштарында күп тапҡыр республика был осорҙа ковид-госпиталдәре генә түгел, ә заманса, технологик яҡтан йыһазландырылған күп профилле дауаханаларға эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ваҡыт күрһәтеүенсә, яңы медицина учреждениеларын төҙөү буйынса республика етәкселеге ҡабул иткән бөтә ҡарарҙар – ваҡытлы һәм дөрөҫ. Фото: Альберт Мирхәйҙәровтың шәхси архивынан.