Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аппарат һынауҙы уңышлы үтте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһы буйынса Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына алынған яңы заманса рентген диагностика комплексында 2260 тикшереү үткәрелгән дә инде. “Диаком-Рэй” комплексы төрлө сирҙәрҙе диагностикалау өсөн йыш файҙаланылған стандарт рентгенология тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Унда рентгенография һәм һанлы вариантта линиялы томография үткәрергә мөмкин. Нурҙы горизонталь һәм вертикаль проекцияға күсереү мөмкинлеге пациенттың бөтә анатомик өлкәләрен тулыһынса йәлеп итергә ярҙам итә. – Заманса ҡорамал тикшереүҙе оператив үткәрергә булышлыҡ итә, элекке ҡорамалдар менән сағыштырғанда нур дозаһы түбән, һүрәтләнеше асыҡ. Камиллаштырылған техник характеристикаһы рентген һүрәттәре сифатын яҡшырта һәм пациент өсөн хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Яңы ҡорамал табиптарға һүрәтте һанлы рәүештә яҙҙырырға мөмкинлек бирә, был тикшереү һөҙөмтәләрен үҙҙәре менән алырға теләгән пациенттар өсөн уңайлы, – ти табип-ренгенолог Эльза Шакирова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.