Найти в Дзене

Көньяҡ Уралда мәктәптәр күбәйә

Гөлзәминә РУСТАНОВА, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан өс бала әсәһе: – Кесе улым Данияр заманса уңайлыҡтар менән төҙөлгән өр-яңы мәктәптең III класында белем ала башланы. Иҫке Сибайҙа күптән көтөлгән белем усағының асылыуына бик шатбыҙ. Бигерәк тә улым ҡыуана. Бик теләп төрлө спорт секцияларына йөрөй. Һуңғы йылдарҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Төбәкте социаль-иҡтисади яҡтан нығытыу тәү сиратта мәғариф тармағына ҙур бурыстар ҡуя, был үҙ сиратында белем биреү усаҡтарының заман талаптарына яуап биреүен талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында һәм Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа өр-яңы мәктәптәр сафҡа инде. Белем көнөндә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙың төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә 140 урынлыҡ интернат менән 550 урынлыҡ өр-яңы өс ҡатлы мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте. Объект “2020 – 2025 йылдарға ауыл биләмәләрен үҫтереү” федераль комплекслы программаһы буйынса төҙөлгән. Белем усағының дөйөм майҙаны – 17,3 мең кв

Гөлзәминә РУСТАНОВА, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан өс бала әсәһе: – Кесе улым Данияр заманса уңайлыҡтар менән төҙөлгән өр-яңы мәктәптең III класында белем ала башланы. Иҫке Сибайҙа күптән көтөлгән белем усағының асылыуына бик шатбыҙ. Бигерәк тә улым ҡыуана. Бик теләп төрлө спорт секцияларына йөрөй. Һуңғы йылдарҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Төбәкте социаль-иҡтисади яҡтан нығытыу тәү сиратта мәғариф тармағына ҙур бурыстар ҡуя, был үҙ сиратында белем биреү усаҡтарының заман талаптарына яуап биреүен талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында һәм Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа өр-яңы мәктәптәр сафҡа инде. Белем көнөндә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙың төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә 140 урынлыҡ интернат менән 550 урынлыҡ өр-яңы өс ҡатлы мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте. Объект “2020 – 2025 йылдарға ауыл биләмәләрен үҫтереү” федераль комплекслы программаһы буйынса төҙөлгән. Белем усағының дөйөм майҙаны – 17,3 мең квадрат метрҙан ашыу. Был белем усағы – район үҙәгендә иҫәп буйынса өсөнсө һәм иң заманса мәктәптәрҙең береһе. Бөгөн район мәктәптәрендә дүрт мең­гә яҡын уҡыусы белем ала, шуның яр­ты­һы тиерлек, йәғни 45 проценты Аҡъяр ауы­лы­нан. Район үҙәгенең полилингваль статусҡа эйә булған өсөнсө мәктәбен сафҡа индереү балаларға ике сменала белем алыуҙан бер сменалыға күсергә мөмкинлек бирә. Ә райондағы ауыл ерҙәрендә балалар өсөн ҡаралған интернат республика лицей­ҙарында, гимназияларында һәм башҡа мәктәптәрендә уҡыған Хәйбулла уҡыусыла­рының “ағымы”н туҡтатырға булышлыҡ итер, моғайын, сөнки яңы мәктәптә балалар өсөн буласаҡ еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар, яңы ғилем эстәү һәм ҙур мөмкинлектәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Икенсенән, балалар ата-әсәһе янында ла була, сөнки улар аҙна һайын ҡайтып йөрөйәсәк. Сафҡа ингән объект – мәктәп кенә түгел, ә биш блоктан торған заманса белем биреү комплексы ла. Бында бөтәһе өс уҡыу корпусы бар, уларҙың береһе – башланғыс класс уҡыусылары өсөн, интернат, тамаша залы, ҙур һәм бәләкәй спорт залдары, туҡланыу блогы һәм панорамалы тәҙрәле ашхана залы, уҡыу оҫтаханалары. Корпустар лифт менән йыһазландырылған һәм йылы үткәүелдәр менән тоташтырылған. Хәйбуллала яңы мәктәп асыу, әлбиттә, Аҡъяр ауылы өсөн генә түгел, ә тотош район халҡы өсөн бик әһәмиәтле, күптән көтөлгән ваҡиға. Беренсенән, район үҙәге мәктәптә­ренең тәьминәт мәсьәләһен ыңғай хәл итергә булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы мәктәптә интернат булғанлыҡтан, квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүе һәм кластарҙың комплектлылығы тейешле шарттары бул­маған башҡа ауылдарҙан балалар заманса мәктәптә уҡый һәм интернатта йәшәй алыу мөмкинлегенә эйә. Район үҙәгенең башҡа урта мәктәптәренән яңы мәктәп, иң элек, уның күп профилле полилингваль мәктәп булыуы менән айырылып тора. Бында туған, сит телдәрҙе (инглиз, ҡытай) тәрәнерәк өйрәнгән кластар, шулай уҡ бер нисә телдәге предметтар буласаҡ. Мәктәп барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә, матди база, уңайлы шарттар, заман талаптарына яуап биргән йыһаз­ландырыуы менән айырыла. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында яңыраҡ сафҡа ингән объекттың дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, яңы белем усағы 375 урынға иҫәпләнгән. Ул – Урал аръяғында заман талаптарына яуап биргән берҙән-бер белем усағы. Уҡыу-уҡытыу өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы мәктәптә белем биреүе, уҡыуы ла яуаплы һәм күңелле. Бөтә шарттар тыуҙырылған, кабинеттар тулыһынса йыһаз­ландырылған, компьютер кластары бар, физика, химия, биология кабинеттарында практик дәрестәр үткәреү өсөн бар ҡорамалдар алынған, технология дәресендә малайҙарға төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн махсус станоктар, ҡыҙҙарға теген машиналары урын­лаштырылған бүлмә йыһазландырылған. Класс кабинеттарынан, спорт залынан, ашхананан һәм ярҙамсы бүлмәләрҙән тыш, ҙур акт залы, блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ урынлаштырылған. Ял урынында хәрәкәтле уйындар өсөн – өс, тыныс ял итеү өсөн ике майҙансыҡ урынлаштырылған. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол һәм еңел атлетика, футбол өсөн майҙансыҡтар бар. Бинаға ингән урында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандустар ҡуйылған, ә эстә лифт эшләй. Хатта һәр кабинетта махсус сәғәт урынлаштырылған, тәнәфес ваҡыты етһә, ул үҙе үк тауыш бирә. Шулай уҡ кабинеттарҙың һәр береһендә интерактив таҡта, мультимедиа проекторҙары, практик дәрестәр өсөн кәрәкле ҡоролмалар урынлаштырылған. Логопед бүлмәһе лә махсус йыһазландырылған. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, Баймаҡ районында былтыр Баймаҡ ҡала­һының 3-сө, Темәс ауылы мәктәптәре яңыр­тылған, быйыл иһә Баймаҡтың 1-се мәктәбе, 4-се лицей, Ниғәмәт, Беренсе Төркмән ауылдары мәктәптәренә заманса төҫ бирелде. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында капиталь ремонт үтте. Киләһе йылда ҡаланың 6-сы мәктәбе урынына заман талаптарына яуап биргән өр-яңы белем усағы төҙөләсәк. Шулай уҡ Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ла өр-яңы мәктәп төҙөлөшө йылдам бара. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында халыҡ Республика көнөн заман талаптарына яуап биргән, милләт киләсәге тәрбиәләнгән белем биреү учреждениелары менән ҡаршы ала. Кәримә УСМАНОВА