Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Маҡсаттар ғәмәлгә аша

Айгөл КАМАЛИЕВА, технология фәндәре кандидаты: – Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу арта, өҫтәүенә, өҫтән төшкән мәжбүри талап түгел, ә халыҡтан килгән ҡыҙыҡһыныу – ул феноменаль күренеш. Был Милли кейем көнөндә лә асыҡ сағылыш таба. Республикабыҙҙағы бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булараҡ, был ғәйәт ҙур сара. Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһе һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур үҙгәрештәр кисерә, ҡаҙаныштар менән ҡыуандыра. Был, әлбиттә, республика етәкселегенең айырыуса иғтибары, ярҙамы тураһында һөйләй. Кесе Ватаныбыҙҙа берҙәм мәҙәни киңлектәр – модель китапханалар, социо-мәҙәни үҙәктәр, заманса мәҙәниәт йорттары барлыҡҡа килә, тормошобоҙҙоң рухи яғы өсөн яуаплы ойошмаларҙың матди-техник базаһы нығытыла, кадрҙар туплана, уларға социаль яҡтан ярҙам саралары булдырыла, республиканың йөҙөн билдәләрлек ҙур мәҙәни проекттар ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бай мәҙәни мираҫын һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Әһәмиәтле саралар үтте 2019 йыл Башҡортостан тарихында ныҡ әһәмиәтле ваҡиғаһы менән ҡалды – республикабыҙҙың 100 йыллығы билдә­ләнде. Кесе Ватаныбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына, данлы театрыбыҙ – Башҡорт дәүләт академия драма театры асылыуға 100 йыл тулыуы менән тап килде. Оло юбилейҙарға бәйле бик күп әһәмиәтле, күләмле саралар үтте, “Беренсе республика”, “Өс таған”, “Һеңлекәш” фильмдары төшөрөлдө һәм ҙур уңыш менән барҙы. Театрҙарыбыҙ ҙа яңы премьералар менән ҡыуандырҙы, ә Опера һәм балет театрында “Аттила” ҡуйылды, ул Илдар Абдразаҡовтың режиссер булараҡ дебюты ине. Халҡыбыҙ өсөн үтә мөһим бер ваҡиға ла тап 2019 йылда тормошҡа ашты – Телеүҙәк алдындағы майҙанда мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡалҡып сыҡты. 2020 йылда инде, барыбыҙҙы шаңҡы­тып, пандемия ишек ҡаҡты... Ошоға бәйле, ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде, халыҡ мәҙәниәт усаҡтарына элеккесә зал тултырып килә алманы. Тармаҡ өсөн был, әлбиттә, ҙур һынау булды. Шуға ҡарамаҫтан, хәл итеү юлы табылды: концерт, спектаклдәр тамашасыға интернет селтәре аша “килде”. Йыл дауамында 10 меңгә яҡын сара үткәрелеп, уларҙы 30 миллионлап кеше ҡараны. Ә Башҡорт дәүләт драма театры коллективына йыл аҙағы көтөлгән шатлыҡты бүләк итте: театрҙа ремонт тамамланып, ул ҡайтанан тамашасыларын үҙ бинаһында ҡабул итә башланы. Опера театры “Аттила”ны Мәскәүҙә, Ҙур театр сәхнәһендә ҡуйҙы. Һәм шул йылда беренсе “Тамға” ха­лыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы үткәрелде, ул халҡыбыҙҙың традицион кейеменә ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер көсәйтте, уның тарихи өлгөләрен тергеҙеүгә этәргес булды, күп оҫталарҙың исемен асты. Милли кейем көнө булдырылды Һуңғы биш йылда мәҙәниәт өлкәһендә тап милли ерлекте алғы планға ҡуйған, халыҡтарҙы берләштергән күркәм байрам – Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөн телгә алырға кәрәк. Ул 2020 йылда республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы барлыҡҡа килде һәм йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Тыуған яғыбыҙҙа йәшәгән 160-тан ашыу милләт вәкилдәренең тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йолаларын, ғөмүмән, бай боронғо мәҙәниәтен таныулы итеүгә йүнәлтелгән был сараны бөтәһе лә хуплап ҡаршы алды. Байрамда ҡатнашыусылар, туған халҡының мәҙәниәтенә хөрмәт белдерергә теләгәндәр йылдан-йыл күбәйә. Ошо юҫыҡта башҡорт милли кейеме деталдәренә нигеҙләнеп тегелгән эшлекле кейем барлыҡҡа килде, уны йәмғиәтебеҙҙә таныулы булған шәхестәр яратып кейергә лә әүәҫләнде. 2021 йыл да республикабыҙҙың мәҙәни тормошо иҫтә ҡалырлыҡ сараларға бай булды. Иң мөһим ваҡиға, әлбиттә – Баш­ҡортостандың исемен тотош донъяға яңғыратҡан VI Бөтә донъя фольклориа­да­һының уҙыуы. Ул 37 илдән бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Тарихҡа инеп ҡалған оло сарала рекорд кимәленә еткән ваҡиғалар булды: “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” 57 илдән 71 милләт вәкилдәрен йыйҙы, унда 2700-ләп кеше ҡатнашты. Ә “Өфө-Арена”лағы Фольклориаданы асыу тантанаһында меңдән ашыу артист сәхнәгә сыҡты. Фестиваль барышында сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республикабыҙ буйлап сәйәхәт итте, 22 районда 61 концерт ҡуйылды. Беренсе “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумы ла ошо йылда ойошторолдо. Уның барышында республикабыҙ Башлығы йәш белгестәргә ярҙам йөҙөнән атҡарыласаҡ “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тураһында иғлан итте. Шул йылда баш ҡалабыҙҙа Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы асылды, мәҙәниәт ирекмәндәренең беренсе халыҡ-ара лагеры эшләне. Милли симфония оркестры илебеҙҙең ике ҙур залында – Мәскәүҙәге Чайковский исемендәге концерт залында һәм Санкт-Петербург филармонияһының Ҙур залында концерт бирҙе, Опера һәм балет театры Мәскәүҙә Ҙур театрҙа “Дон Кихот”ты ҡуйҙы. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса тәүге модель китапхана ла 2021 йылда асылды. Мәскәүҙе лә яуланыҡ 2022 йыл Башҡортостанда Баш­ҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы билдәһе менән барҙы. Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. Ул йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулды, ошоға бәйле бихисап саралар үткәрелде, “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлөп бөттө. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Садко” операһының премьераһы үтте, был театрҙың иң сағыу, иң күләмле әҫәре булып тарихҡа инде. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры сирек быуат эсендә беренсе тапҡыр Мәскәү консер­ваторияһының Ҙур залында тамаша ҡуйҙы, ә 101-се ижад миҙгелен Мәскәү дәүләт академия филар­монияһында атаҡлы пианист Денис Мацуев менән бергә сығыш яһап асты. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры өсөн дә йыл иҫтәлекле булды: коллектив Рәсәйҙең иң төп концерт сәхнәһендә – Кремль һарайы залында сығыш яһаны. Башҡортостандың мәҙәни даирәһе “Урал менән Шүлгән” спектакле менән ба­йытылды – уны Ф. Ғәскәров исе­мендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡуйҙы. Хорео­график әҫәр ансамбль тарихы өсөн генә түгел, ғөмүмән, мәҙәни тормош өсөн уғата үҙен­сәлекле, мөһим күренешкә әйләнде. 2022 йыл башҡортостандар күңелендә уғата мөһим, тарихи ваҡиға менән дә иҫтә ҡалды: Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңле­ғәле Шаймо­ратовҡа һәйкәл ҡуйылды. Ул яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә арналған монументаль ансамблдең үҙәге булып тора. Был майҙан хәҙер халыҡ-ара мәҙәни сара­ларҙы үткәреү урыны булып танылды. 2022 йылда Башҡортостан “Шүлгән­таш” тарихи-мәҙәни музей комплексына ла эйә булды. Фәнни-тикшеренеү, мәғри­фәти һәм мәҙәни үҙәк булып хеҙмәт итергә тейешле объект дүрт мең квадрат метр ерҙе биләй. Бынан тыш, Ҡурсаҡ театры коллективы, тамашасылар оҙаҡ көткән ваҡиғаға ошо йылда старт бирелде: театр бинаһы реконструкциялана башланы. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА