Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы – республикабыҙҙың йөҙөн, маҡсаттарын билдәләгән мөһим объекттарҙың береһе. Ул төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы төҙөлә башланы. Башҡортостан етәксеһе Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – 2019 йылдың 23 февралендә – Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы хәрби часҡа барғанда ошо фекерен белдергәйне. 2016 йылға тиклем был ерҙә 297-се зенит ракета бригадаһы урынлашҡан булған. Радий Хәбиров, элекке хәрби ҡаласыҡты ҡарап сығып, бында парк, ҡаршылыҡтар һыҙаты булдырыу мөмкинлектәрен, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар тыуҙырыу юлдарын өйрәнергә ҡушты. Һөҙөмтәлә хәҙер был майҙансыҡта байтаҡ эш башҡарылды. Парктың айырым үҙенсәлеге шунда: “Геройҙар уҙышы” ярыштары өсөн махсус булдырылған ҡаршылыҡтар һыҙаты бар. Былтыр тәрбиәләнеүселәргә уңайлы ятаҡ төҙөлдө, асыҡ һауала хәрби техника музейы асылды. Шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексы, офицерҙар составы өсөн