Статистика мәғлүмәттәре буйынса уртаса эш хаҡы 49,4 мең һум тәшкил итә. Һуңғы биш йыл эсендә хеҙмәт хаҡы 1,5 тапҡырға артҡан. Улай ғына ла түгел, республика үткән йылға йомғаҡтар нигеҙендә тәүге тапҡыр хеҙмәт рейтингыһы буйынса иң яҡшы ун төбәк исемлегенә ингән. Әйткәндәй, өс йыл дауамында Башҡортостанда 2,3 мең хеҙмәт урынын булдырыусыға ҡаҙнанан 2 миллиард һумлыҡ ярҙам бүленгән. Был иһә республикала 40 меңдән ашыу кешене эшле итергә һәм хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Шулай уҡ әлеге ваҡытта 2024 йылдың ғинуарынан республиканың мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу алымдары ҡарала. Фото “Комсомольская Правда-Уфа” сайтынан алынды.