«Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектының беренсе этабын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен йомғаҡланы. Предприятие ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе химик матдәләр — минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау продукцияһы менән тәьмин итә, шулай уҡ агрохимик эштәр башҡара. Мәҫәлән, сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү, шыйыҡ минераль ашламалар һибеү менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенция үҙәге белгестәре предприятие келәттәренән ашламаларҙы ебәреү процесын оптималләштереүгә булышлыҡ иткән. Һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереү һөҙөмтәһендә пилот участкаһының бер хеҙмәткәренә етештереү күләме 20 процентҡа - 10 тоннанан 12 тоннаға тиклем артҡан. Был эште 95 сәғәттән 80 сәғәткә тиклем, йәғни 15 процентҡа тиҙләтә. — Команда эше — уртаҡ маҡсатҡа өлгәшеү өсөн берлектәге тырышлыҡ. Хәҙерге шарттарҙа предприятиеның бурысы — шул уҡ эшселәр менән етештереү күләмен арттырыу. Һаҡсыл етештереү һәр хеҙмәт
