Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостандағы яңы госпиталгә юғары баһа бирҙе. Тиҙҙән беҙҙең Зубовтағы дауахана ковид-пациенттар ғүмере өсөн барған алышта етеҙлек символына әүерелде. Башҡортостан өлгөһө Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республикабыҙҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән COVID-госпиталдәр Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре өсөн тиҙ йыйылмалы конструкциялар төҙөлөшө өлгөһөнә әйләнде. Ғөмүмән, тормоштағы һәр ваҡиға, һәр күренеш нимәгәлер өйрәтә, һабаҡ бирә. Коронавирус пандемияһы тотош донъяның һаулыҡ һаҡлау системаһына көтөлмәгән һынау булды. Бик тиҙ төҙөлдө Пандемия башланыр алдынан, 2020 йылдың яҙында, Башҡортостанда 510 койкалыҡ Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бар ине, ә күрше төбәктәрҙә – бынан да аҙыраҡ. Ул осорҙа республикала ковид йоҡторғандар һаны көн һайын өҫтәлә барҙы, үлем осраҡтары булды. Күптәр ышана ине: ошо аяныслы мәл тиҙҙән сигенер, бәләләр беҙҙе урап үтер. Тик ауырыусылар һаны тәүлегенә йөҙҙәрсә кешеләргә етә башлағас, ковидтың ни тиклем мәкерле, ауыр сир икәнлегенә инандыҡ. Ошо осорҙа Башҡортостан етәкселегенең алдан күҙаллап эшләй белеү һәләте төбәк халҡын ғына хайран ҡалдырманы. Бында киң маҡсатлы, стратегик ҡарар ҡабул итеү зарур ине һәм тиҙҙән, 2020 йылдың апрелендә, Өфө эргәһендә ковид-госпиталь төҙөлә башланы. Нигеҙе итеп заманса проект алынды һәм объектты тапшырыуҙың бығаса булмаған ҡыҫҡа ваҡыты билдәләнде. Бөтә Башҡортостан оператив штаб хәбәрҙәре һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса төҙөлөш барышын күҙәтте. Һөҙөмтәлә, Зубов ауылында ҡурай сәскәһе формаһында төҙөлгән ковид-госпиталь Рәсәйҙә ошондай ҙур социаль ҡоролмаларҙы эксперименталь төҙөү йәһәтенән “тәүге ҡарлуғастарҙың” береһе булды. Төҙөлөштөң бындай масштабын заман тарихы белмәй: Клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге 55 көн эсендә төҙөлдө. Объектты төҙөү хаҡы 1,8 миллиард һум тәшкил итте. 2020 йылдың 31 майында уны асыу тантанаһына Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко үҙе килде һәм һоҡланып: “Быға нисек өлгәштегеҙ?” – тип хайран ҡалды. Дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр тәшкил иткән объект тиҙ йыйыла торған конструкцияларҙан төҙөлгән. Ул ҡурай сәскәһе рәүешендәге бер ҡатлы комплекстан ғибәрәт. Бина боксланған 100 палатаны, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләгән 82 боксты һәм 18 реанимацияны үҙ эсенә ала. Бында диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк-стерилизация бүлексәләре, шулай уҡ табиптар өсөн ятаҡ та бар. Учреждение 470 пациентҡа иҫәпләнгән. Михаил Мурашко Башҡортостандағы яңы госпиталгә юғары баһа бирҙе. Тиҙҙән беҙҙең Зубов ковид-пациенттар ғүмере өсөн барған алышта етеҙлек символына әүерелде. Башҡортостан өлгөһө Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдың “Док-ток” ток-шоуында Өфө районының Зубов ауылындағы яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге тураһында һөйләне. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко студияла Башҡортостандан өлгө алырға кәрәклеген белдерҙе. Ғөмүмән, 2020 йылда Башҡортостанда социаль объекттар төҙөлөшөндә ҙур алға китеш күҙәтелде. Зубов үҙәге ярты йылға республиканың медицина тармағына койка фондын тәьмин итеү йәһәтенән ял бирҙе, өҫтәүенә Башҡортостандың башҡа дауалау учреждениеларында ла ковид-госпиталдәр ойошторолдо. Ғөмүмән, коронавирус пандемияһына бәйле Башҡортостан властарының алдан күрә белеү һәләте төбәктең айырмалы һыҙатына әүерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров стационарҙарҙа даими булды, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәлде контролдә тотто. Ковидлы пациенттарҙың һаны артҡан һайын, уларҙы Өфөгә ташыуҙың мәғәнәһе юҡ икәнлеген иҫкәртте, ҡайһы берҙә өлгөрмәй ҙә ҡалырға мөмкин. Шуға күрә Башҡортостандың көньяғында тағы бер “ҡурай сәскә”һе төҙөргә, белгестәргә эшләү, ә ауырыуҙарға дауаланыу өсөн заманса шарттар тыуҙырырға һәм Зубовтағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтергә ҡарар ителде. Шулай итеп, 2020 йылдың 10 октябрендә Стәрлетамаҡта клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлә башланы һәм ошо уҡ йылдың 10 декабрендә үҙ ишектәрен асты. Рәсәй төбәктәрендә ҡыҙыҡһындылар Республиканың үҙенсәлекле тәжрибәһе шунда уҡ федераль кимәлдә яҡлау тапты. Губернатор урынбаҫары Юрий Петухов етәкселегендәге Новосибирск өлкәһе делегацияһы төҙөлөш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Стәрлетамаҡта булды. Белгород өлкәһендә Зубов һәм Стәрлетамаҡ дауаханалары өлгөһөндә бер нисә клиник-диагнoстик үҙәк төҙөргә ниәтләнеләр. Стәрлетамаҡ клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә Ульяновск өлкәһенән дә делегация булды. Был тәжрибәне күрше Силәбе өлкәһендә башҡаларҙан алдараҡ үҙләштерҙеләр һәм Өфө эргәһендәге ковид-госпиталь проекты буйынса яңы үҙәк төҙөнөләр. 2021 йылдың ноябрендә республика властары модулле ковид дауаханаларын Туймазыла һәм Сибайҙа төҙөүҙәре хаҡында белдерҙе. Ике үҙәк тә пациенттарҙы 2022 йылдың мартынан ҡабул итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығыштарында күп тапҡыр республика был осорҙа ковид-госпиталдәре генә түгел, ә заманса, технологик яҡтан йыһазландырылған күп профилле дауаханаларға эйә булыуын билдәләне. Ғөмүмән, коронавирусҡа ҡаршы көрәш ихтыяжы кәмегәс, был дауалау учреждениелары өр-яңы ҡорамалдар нигеҙендә эшләүен һәм төрлө сиргә дусар булған пациенттарҙы ҡабул итеүен дауам итте. Ваҡыт күрһәтеүенсә, яңы медицина учреждениеларын төҙөү буйынса республика етәкселеге ҡабул иткән бөтә ҡарарҙар ваҡытлы һәм дөрөҫ. Төбәк тәжрибәһенең уникаль һәм уңышлы булыуын, илдең ике тиҫтәнән ашыу төбәге медицина үҙәктәрен төҙөү өсөн Башҡортостан проектын ҡулланыуын телгә алыу ҙа етә. Социаль көсөргәнеште кәметеүгә өлгәштек 2020 йылдың 16 ноябренән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләй башланы. Был үҙәк пандемия осоронда халыҡҡа төрлө яҡтан ярҙам күрһәтте. Асылда бик ҙур колл-үҙәк формаһында ойошторолған ярҙам үҙәге ине ул. Унда операторҙар, табиптар, медицина университеты уҡытыусылары һорауҙарға яуап бирҙе, өйгә табип саҡыртырға йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юлларға ярҙам итте. Унан тыш, халыҡтың һорауҙарына Роспотребнадзор, Росздравнадзор, республиканың Гигиена һәм эпидемиология, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм башҡа ведомстволар белгестәре лә яуап бирҙе, профессиональ кимәлдә ярҙам күрһәтте. Быларҙың барыһы ла бушлай эшләнде. Үҙәктең төп маҡсаты медицина учреждениеларының иңенә ятҡан көсөргәнеште кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү ине. Быға ихтыяж бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа ныҡ һиҙелде. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре консультация ярҙамы күрһәтеү генә түгел, сирләгәндәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур көсөргәнеш менән эшләне. Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде, бихисап проблемалар тыуҙырҙы – шылтыратыуҙарҙа был асыҡ сағылды. Ике йылдан ашыу эшләү осоронда коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге үтә кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын иҫбатланы. Был хаҡта шылтыратыуҙарҙың йөҙҙәрсә мең менән иҫәпләнеүе, бер урында коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге булдырылыуы һөйләй. Ошо ваҡыт эсендә медицина ойошмаларының халыҡ менән диагностика, дауалау, вакцинация мәсьәләләре буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тәьмин ителде, эпидемиологик хәлгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең оператив моделе булдырылды, иң мөһиме – ауыр мәлдә медиктар консультация эшмәкәрлегенән арынды. Коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырыуға барғас, операторҙар һаны кәметелде. Тәүҙә Конгресс-холда 200-гә яҡын оператор эшләһә, аҙаҡ бер нисә тиҫтә оператор Республикаға идара итеү үҙәгендә эшләне. “Беҙ халыҡты тынысландыра алдыҡ, социаль көсөргәнеште кәметеүгә өлгәштек. Был – бик яуаплы эш. Бындай үҙәктәр Рәсәйҙә башҡа юҡ. Ваҡытында ошондай кәрәкле, мөһим үҙәк булдырған өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт”, – тине Үҙәктең координаторы, күренекле табип Римма Үтәшева. Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостандағы яңы госпиталгә юғары баһа бирҙе. Тиҙҙән беҙҙең Зубовтағы дауахана ковид-пациенттар ғүмере өсөн барған алышта етеҙлек символына әүерелде. Башҡортостан өлгөһө Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республикабыҙҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән COVID-госпиталдәр Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре өсөн тиҙ йыйылмалы конструкциялар төҙөлөшө өлгөһөнә әйләнде. Ғөмүмән, тормоштағы һәр ваҡиға, һәр күренеш нимәгәлер өйрәтә, һабаҡ бирә. Коронавирус пандемияһы тотош донъяның һаулыҡ һаҡлау системаһына көтөлмәгән һынау булды. Бик тиҙ төҙөлдө Пандемия башланыр алдынан, 2020 йылдың яҙында, Башҡортостанда 510 койкалыҡ Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бар ине, ә күрше төбәктәрҙә – бынан да аҙыраҡ. Ул осорҙа республикала ковид йоҡторғандар һаны көн һайын өҫтәлә барҙы, үлем осраҡтары булды. Күптәр ышана ине: ошо аяныслы мәл тиҙҙән сигенер, бәләләр беҙҙе урап үтер. Тик ауырыусылар һаны тәүлегенә йөҙҙәрсә кешеләргә етә башлағас, ковидт