Мәрйәм СӘЛИМОВА, пациент: – Яңы диагностика ысулдары, юғары технологиялар, бәләкәй тишемле операциялар яһау буйынса алдынғы үҙәктәрҙең береһе булған Республика кардиология үҙәгенә килеп эләккән пациент үҙенең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын, мотлаҡ комплекслы медицина тикшереүе үтәсәген белә. Йөрәкте дауалаған табиптар үҙҙәре лә ҙур йөрәкле! Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең хәҙерге торошо, киләсәккә пландары һәм бөгөнгө аҙымдары тураһында һөйләгәндә һандарһыҙ, миҫалдарһыҙ һүҙ алып барып булмай. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында һигеҙ миллиард һумға яҡын аҡса тотонолһа, 50-нән ашыу яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, өс меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынды, Бөрөлә һәм Саҡмағош ауылында ике поликлиника сафҡа индерелде, шулай уҡ ике капиталь табиплыҡ амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты тапшырылды. Быйыл да милли проекттың һигеҙ төбәк проекты буйынса финанс күләме ете миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Медицина-санитария ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу мәсьәләһе республикала көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Ауыл һәм бәләкәй ҡалалар инфраструктураһын камиллаштырыуға байтаҡ көс һәм сығым бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфөләге 9-сы ҡала дауаханаһының яңы поликлиникаһын асыу тантанаһында алдағы йылдарҙа баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу кәрәклеген билдәләүе ғәжәп түгел. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Өфөләге дауалау учреждениеларының хәҙерге торошо өфөләргә сифатлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкинлек бирмәй, был тиҙ башҡарылған процесс түгел, әммә Өфө өсөн профилле программа ҡабул итергә кәрәк. 2024 йылда был маҡсатҡа яҡынса 500 миллион һум, ә киләсәктә йыл һайын бер миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаны бер нисә йүнәлештә тормошҡа ашырыу ҡарала. Транспорт паркы яңыртыласаҡ, яңы ҡорамалдар алынасаҡ, поликлиникаларға капиталь ремонт үткәреләсәк һәм яңы дауаханалар төҙөләсәк. Өфөнөң Дим районында поликлиника төҙөү планлаштырыла. Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килеүе йәмәғәтселектә борсолоу тыуҙырмай ҡалмай. Шуға бәйле, медицина тармағы алдында торған бурыстарҙы хәл итеү яңы ысулдар, ҙур финанс һалыуы талап итә. Башҡортостанда граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты мөһим тармаҡты камиллаштырыуҙа, яңы технологиялар менән ҡоралландырыуҙа тағы бер этәргес булыр тип көтөлә. Тап ошо маҡсатта баш ҡалала 2019 йылда төҙөлә башлаған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусына өмөт ҙур. Объекттың 90 процентҡа әҙер булыуы билдәле, ҡышҡыһын инженер селтәрҙәрен һалыу, биҙәкләү, биләмәне төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Корпуста операция яһау бүлмәләренең генә тиҫтәгә етеүе кардиология үҙәгенең юғары технологик кимәле артасағына, яңы ҡатмарлы, үҙенсәлекле операциялар һәм заманса технологияларҙың юл ярасағына ҙур ышаныс тыуҙыра. Яңы корпустың проект ҡеүәте – тәүлек әйләнәһенә эшләгән 130 урынлыҡ стационар. Райондарҙан килгән пациенттар ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙе амбулатор рәүештә үтә алһын өсөн шарттар булдырыласаҡ. “Беҙ был объекттың әҙер булыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, ул Рәсәйҙә иң ҡеүәтле заманса үҙәктәрҙең береһе һаналасаҡ”, – тип белдергән һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың фекерен хупларға ғына ҡала. Бында йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса үҙенсәлекле, үтә ҡатмарлы әмәлиәттәр үткәреләсәге лә сер түгел. Йөҙәрләгән, меңәрләгән ғүмерҙе ҡотҡарасаҡ объект киләһе йылдың яҙында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостандың Рәсәйҙә йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегенә инеүе генә лә бында юғары квалификациялы, алтын ҡуллы, алдынғы технологияларҙы ҡыйыу үҙләштергән кардиологтар эшләүен иҫбатлай. Былтыр республиканың һәм илдең танылған, һәләтле табиптарының мөһим тармаҡты артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында өсөнсө Евразия конгресына тап Өфөгә йыйылыуы юҡҡа булманы. Әлбиттә, республикала өр-яңы эште икеләнеүҙәр аша ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек менән башлаған, трансплантологияла тәүге аҙымдарын яһаған белгестәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк хәлһеҙлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһының бынан 10 йыл элек 52 йәшлек иргә яһалыуы билдәле. Табиптар әйтеүенсә, йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж ауырыуҙар күп. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Лицензияларҙың берҙәм реестрында кардиология буйынса медицина хеҙмәте күрһәткән 357 учреждениеның теркәлеүе лә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренә иғтибарҙың артыуын һөйләй. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда телемедицина технологияларын үҫтереү буйынса үҫеш һиҙелеүе лә һөйөндөрө. Мәҫәлән, 2019 йылда бары 12,6 меңдән ашыу телемедицина консультацияһы үткәрелһә, хәҙер уларҙың һаны 93 меңдән ашты. Медицина күгендә балҡыған “йондоҙҙарҙан” оҫталыҡ дәрестәре алыу, тәжрибә уртаҡлашыу яңы мәғлүмәттәргә эйә булыуҙан, ауырыуҙарға оператив ярҙам күрһәтеүҙән тыш, ғөмүмән, кардиологияла беҙ күҙ алдына ла килтермәгән ҡыйыу аҙымдар яһарға ярҙам итәсәк. Динә АРЫҪЛАНОВА