Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Байрамға – яңы клип

Учалы таланттары Дания һәм Марсель Нәжметдиновтар йырлы күстәнәс менән уртаҡлаша. Ә һеҙ уларҙың сәнғәт юлына баҫыу тарихын беләһегеҙме? Учалы егете Марсель Нәжметдиновтың йырҙарын күптәр яратып тыңлай. Ул – талантлы автор-башҡарыусы, һәүәҫкәр композитор. Тормош юлдашы Дания Нәжметдинова – иренең уң ҡанаты, Марсель башҡарған күп йырҙарҙың тексының авторы, шулай уҡ тәржемәсе лә. Уларҙың икеһенең дә сәнғәткә илткән юлы урау була, башта техник йүнәлештәге һөнәргә эйә булып, төрлө урындарҙа эшләргә тура килә. Марсель тау сәнәғәте колледжын тамамлай. Әрме хеҙмәтенән һуң Өфөләге ҡағыҙ-рубероид заводында, 18 йыл "Техноплекс" йәмғиәтендә эшләй. Дания Өфө дәүләт сервис институтында химик-экологҡа уҡый. Үҙ һөнәре буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө үҙәгендә, һуңынан заводта эшләй. Артабан, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Учалы тегеү фабрикаһында дауам итә, был эшендә ҡыҫҡартылыуға эләккәс, Саңғалыҡ диорит компанияһында эш башлай. Әммә сәнғәт тигән илаһи донъя уларҙы барыбер үҙенә тарта, күңел түрҙәрендәге ижадҡа тартылыу хисе көслө булып сыға. Бөгөн учалылар Дания менән Марселде оҫта алып барыусылар булараҡ та яҡшы белә. Байрам уңайынан Дания беҙгә “Башҡортостан” тигән өр-яңы йырҙарының клибын ебәрҙе. Уның үҙҙәрен – Дания, ә көйөн Марсель Нәжметдинов ижад иткән. Рәхәтләнеп тыңлағыҙ! Фото: tamasha-rb.ru