Башҡортостан бында башлана Рауил БИКБАЕВСөн ярынан алыҫтарға баҡтым,Офоҡтарҙа даръя-баҫыу аҡты,Бар тарафта донъя ниндәй яҡты,Ҡан тибешем офоҡтарҙы ҡаҡты:Башҡортостан бында башлана!Туҡтап ҡалдым Яйыҡ туғайында,Аҡ нур яғыла кеүек һәр ҡайындан,Талпына ла күңелем күктә тулай,Яҙ айында һабантурғайылай:Башҡортостан бында башлана!Башҡортостан мине ҡаршы ала,Ҡайтһам һыуҙар кисеп, ил урап,Ҡабырғаһын, һыртын борабелмәй,Ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.Республикам, бына башландың! – типӘйткәнемдә ергә ҡапланып,Ишетәмен ерем ҡуйынынанСабыр ғына тауыш аҡҡанын:Яйыҡ туғайынан Сөн ярына,Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрлеЙәйрәп ятҡан ерҙең күңелеңәҺәр ҡарышы,Һәр ҡарашы, беләм, ҡәҙерле.Ҡайтҡан һайын һыйынырһың миңә,Берсә көлөп, берсә уйланып.Тик мин һуҡмаҡтарҙан ғына түгел,Башланам бит һинән, уланым.Мин бит башланамын һинән, унан,Кешеләрем, һеҙҙән башланам!Юлдар һеҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй,Яҙмыш һеҙҙе ҡайҙа ташламай…Ә мин мәңге бында – Уралымда,Тик булмышым инде өр-яңы:Минең янға донъя килмәһә лә,Үтеп сыҡтым бөтә донъяны.Моң-шатлығын илдең тигеҙ күреп,Ил алдында һүҙен тиң әйтеп,Уландарым ҡайҙа ғына йөрөмәй,Ҡоласымды минең киңәйтеп.«Башҡортостан!» – тиеп, улдарымаАлыҫ ҡитғаларҙа ҡарай ер.Кешем намыҫында кер күрһәләр,Ғәрлегемдән йөҙөм ҡарайыр.Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.Йөҙөгөҙ аҡ булһын,Минең кеүек,Минең кеүек, Башҡортостан кеүек,Был донъяға тура ҡарарлыҡ. Фото: kartinki.pics