Заманса һәм уңайлы медицина берәмеге - Республика көнөнә ауыл халҡы өсөн күптән көтөп алынған бүләк. Уны ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сифатлы итеп төҙөп, яҡшы ҡорамалдар менән тәьмин иткәндәр. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡарау һәм укол һалдырыу, система ҡуйыу бүлмәләре ҡаралған, шулай уҡ көтөү залы бар. – Бындай шарттарҙа дауалау уңайлыраҡ, эшләү күңеллерәк, ошондай уңайлы шарттар булдырғандары өсөн рәхмәтем сикһеҙ, – тип тәҫьораттары менән бүлеште ошо өлкәгә 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған юғары категориялы фельдшер Рәмзиә Ғабдуллина. Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға тип был көндә Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Күмертау медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгесе Олег Астахов һәм Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаев та килгәйне. Ҡунаҡтар яңы ФАП, ундағы ҡорамалдар менән танышты, беренсел медицина звеноһының урындағы халыҡ һаулығын нығытыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне. – Ауыл халҡы тә