“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына “Маммо-4МТ-Плюс” һанлы маммограф ҡуйылды. Әлеге ваҡытта 900-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ унда тикшереү үткән. Бөтә донъяла һөт биҙе яман шеше онкология сирҙәре араһында беренсе урында тора. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау дауалауҙы ваҡытында башларға һәм ағзаны һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Һанлы маммография медицина өлкәһендә сирҙең был төрөнә скрининг үткәреү өсөн төп ысул булараҡ тәҡдим ителгән. – Һөт биҙҙәрен үҙ аллы тикшереү ҙә иртә диагностикалауҙың мөһим элементы булып тора һәм сифатлы скринингты тулыландыра. Хәҙер Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙарының диагностика үтергә мөмкинлеге артты, – тип билдәләне рентген лаборанты Рамазан Әхмәтов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар и