2004 йыл... Стәрлетамаҡта яңы ғаилә – Дәүләтбаевтар ғаиләһе усағы ҡабына. Ике йәш йөрәк, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып, аҡ бәхеттәр юрап, ҙур тормош башлап ебәрә. Шатлыҡтарын арттырып, бер-бер артлы ҡыҙ һәм улдары донъяға тәүге ауазын һала. Ислам һәм Азалиә тип исем ҡушалар уларға. Фәнүр Фәйез улы эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәртләнеп мал таба, Зөлфиә Миңнебулат ҡыҙы иһә Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Шулай бәрәкәтле тормошоңдо дауам ит тә бит, тик Хоҙайҙың үҙ әмере шул. Бынан алты йыл элек Зөлфиәнең ҡапыл йөрәге тибеүҙән туҡтай... Бер мәл эсендә бөтә хыялдар селпәрәмә килә, тормош тамамланып ҡалғандай тойола. Әсә наҙына мохтаж етем сабыйҙар, яңғыҙ ир – был һүҙҙәр үҙҙәре үк тетрәндереп ебәрә, әммә артабан нисек тә йәшәргә кәрәк, сабыр итергә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға! – Шул саҡ мәсеткә йөрөй башланым, оҙаҡ-оҙаҡ ултырып, тынысланып ҡайта инем, – тип иҫләй Фәнүр һөйөклө ҡатынын юғалтҡан мәлдәрен. Бына бит, Иман йорто шатлыҡта ла, ауырлыҡта ла үҙенә