Атап әйткәндә, Андрей Назаров Сибай-Подольск-Новорудная тимер юлы төҙөлөшө макетын күрһәтте. Уның һүҙҙәренсә, был проект республикаға ғына түгел, ил кимәлендә мөһим булып тора. – Яңы тимер юлы йылына 14 миллион тонна йөк ташыу өсөн нигеҙ буласаҡ. Шулай уҡ Силәбе узелында көсөргәнеште кәметергә мөмкинлек сыға. Бынан тыш Ҡаҙағстанға тиклем тимер юлы 250 километрға ҡыҫҡарасаҡ – был үҙ сиратында туризмды үҫтереүгә, йөк ташыуҙы арттырырға булышлыҡ итәсәк. Иң мөһиме: эшкәртеү сәнәғәте берәмектәр менән ҙур запасы булған баҡыр һәм цинк мәғдән яҡтылыҡтары араһында бәйләнеш буласаҡ, - тине ул. Проекттың яҡынса хаҡы 72 миллиард һум тәшкил итә, дөйөм инвестиция күләме – 116 миллиард һум. Төҙөлөш туғыҙ йыл дауам итәсәк. Әлбиттә, ҙур тимер юлы өсөн күп электр көсө талап ителәсәк. Был йәһәттән Урал аръяғында 500 кВ ҡеүәтле ярҙамсы станция төҙөү ҡаралған. Ул Сибай ҡалаһында урынлашасаҡ. Әйткәндәй, ул шулай уҡ әлеге зонала ете муниципалитетты электр менән тәьмин итәсәк. Александр Новак үҙ сиратында проектты хупланы һәм ил Хөкүмәте тарафынан ярҙам буласағын вәғәҙәләне.